Баймаҡ районы мәктәптәрендә уҡыусыларҙы умартасылыҡ серҙәренә өйрәтеү дәрестәре уңышлы эшләп китте

Баймаҡ районы мәктәптәрендә уҡыусыларҙы умартасылыҡ серҙәренә  өйрәтеү дәрестәре уңышлы эшләп китте 20.07.2016

Был фән мәктәп программаһына Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә умартасылыҡты үҫтереү планына ярашлы индерелә.

Умартасылыҡ тармағы сәскә атһын өсөн яҡшы белгестәр кәрәк, быны иҫәпкә алып 2011-се йылдан мәктәптәрҙә умартасылыҡ курстары уҡытыла башланы. Баймаҡ районының ете мәктәбе бөгөн боронғо кәсепте үҙләштерә. Әле уҡыусылар дәрестә алған белемдәрен йәйге хеҙмәт практикаһы ваҡытында ғәмәлдә һынап ҡарай, нығыта. Йәш умартасылар күс тотоу, бал айыртыу, иҫке бал кәрәҙҙәрен иретеү кеүек эштәр менән мәжғүл.

Әйтергә кәрәк, алдағы йылдарҙа һәр мәктәптең умартасылығы айырым булһа, быйылдан мәғариф учреждениялары берләштерелә. Йәғни Башҡорт дәүләт аграр университеты менән берлектә Күлтабан мәктәбе нигеҙендә уҡытыу-тәжрибә үткәреү базаһы асыла.

Әле бында Йәнегет һәм Түбәнге Таһир ауылы уҡыусылары умартасылыҡ серҙәренә өйрәнә. Уларға дәрестәрҙе Башҡорт дәүләт аграр университетының умартасыһы Гөлдәр Абдуллина үткәрә. Умартасылар Бөрйән тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында инә ҡорттарҙы үрсетеү, тоҡомсолоҡ эше менән шөғөлләнә. Бөрйән бал ҡорттары эшһөйәр, аурыуҙарға, һыуыҡҡа ла бирешеп бармай, ти умартасылар.

Умартасылыҡ - үтә ҡатмарлы тармаҡ, ул тәбиғәткә, һауа торошона ныҡ бәйле.

Быйылғы һауа торошо ҡорттарға бал йыйрға бер ни тиклем ҡамасаулаһа ла . Егәрле нәҙекәй билдәр кәрәҙҙәрҙе хуш еҫле , татлы бал менән тултырған, уны айыртып алаһы ғына ҡалған.

Республикала ҡортсолоҡ - ауыл хужалығының бер тармағы ғына түгел, ә башҡорт халҡының быуаттар буйы һаҡланып килгән аҫыл йолалары ла. Шуға ла кәсепте түкмәй-сәсмәй йәш быуынға еткереү төп бурыстарҙың береһе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика