Баймаҡ районы хужалыҡтарында ураҡ компанияһы тамамланыуға табан бара

Баймаҡ районы хужалыҡтарында ураҡ компанияһы тамамланыуға табан бара 21.09.2017

Төбәк аграрийҙары юғары  уңыш алып  һөйөнә. Киләһе яҙма райондың «Рассвет» хужалығынан әҙерләнде.  

Яҙҙың иртә килеүе һәм ураҡтың иртә башланыуы үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе. Бөгөнгө көндә районда 82 процент ерҙән уңыш йыйып алынған, гектар ҡеүәте 20 центнерға етә. «Рассвет» хужалығында ла эштәр тамамланыуға бара. Хужалыҡта барлығы 2 мең 300 гектар ер, уларҙа арпа, етен, һоло, бойҙай сәселгән. Игенселәр өсөн хәҙер көндөң һәр минуты ҡәҙерле, быйылғы уңыш хужалыҡ хеҙмәтсәндәрен һөйөндөрә, шулай ҙа кооперативта булған техника алһыҙ‐ялһыҙ баҫыуҙарҙы иңләй, сөнки алынған уңышты юҡҡа сығармай ваҡытында йыйып алыу мөһим.
Райондың баш аграномы Радик Рәхмәтуллин билдәләүенсә уңыштың гектар ҡеүәте уртаса 45 центнерҙан тура килә. Урып-йыйыу эштәре менән бер рәттән алдағы йыл уңышы өсөн 95 процент ергә орлоҡтар һалынған. Ураҡ менән бер рәттән яҙғы сәсеүгә әҙерлек эштәре лә алып барыла. Әлегә 8 мең гектарҙан ашыу ер туңға һөрөлгән. Бер рәттән ҡышлау культураларын сәсеү тамамланыуға бара, ә мал аҙығы әҙерләү эштәре әле лә туҡтамай.
Рассвет хужалығында ураҡ эштәре ойошҡанлы бара. Шуға ла уңыш ваҡытында алынып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеренә ышаныс ҙур. Аграрийҙарҙың тырышып эшләүе һәм техниканың төҙөк булыуы  яҡшы күрһәткестәр менән ураҡты тамамларға ярҙам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку