Баймаҡ районы хужалыҡтарында һөт һауыу былтырғы менән сағыштырғанда бер кимәлдә 06.09.2014

Әле малдарҙы ҡураларға индереү осоро яҡынлаша. Бесән һутлы мәлдә һауым күрһәткесе яҡшы булһа, көҙгә табан ул кәмене.

«Хөсәйенов» крәҫтиән-фермер хужалығының Шөгөр йәйләүендә киске һауын. Быйыл хужалыҡтың һөт күрһәткесе былтырғынан ярайһы уҡ артты. Әле хужалыҡтың 180 һыйыр малы иҫәпләнә. Шуларҙың күбеһе - һауым һыйырҙары.
Шөгөр йәйләүе Мерәҫтән егерме өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Әүәле һауынсылар бында ятып эшләһә, хәҙер көн һайын ике мәртәбә малдарҙы йөрөп һауа. Был бер аҙ мәшәҡәттәр тыуҙырһа ла, һауынсыларҙы ғаилә янында булырға, йорт эштәре менән булышыу мөмкинселеге ҡыуандыра. Ауыр-ауыр тоҡтарҙы "һә" тигәнсе ташып ҡуйған ҡатындарҙың таһыллығына һоҡланмау мөмкин түгел. Эш ауырға зарланмай улар. Гөлдәр Килдейәрова һауынсылыҡ эшендә утыҙ биш йыл эшләй.  Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, район хакимиәтенең маҡтау грамоталарына лайыҡ булған. Үткән йыл һөнәре буйынса иң яҡшыһы исемен алыуға ирешкән.
Һауынсылар Рәсимә Ишмөхәмәтова, Зөлфиә Рәхмәтуллина, Эльвира Байрамғолова һәм Гөлдәриә Сырлыбаевалар ҙа сағыштырмаса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Әлә уртаса көндәлек һауым - 9,5 литр. Продукцияны арттырыу һәм уның сифатын яҡшыртыуға ла малсылар иғтибар бирә. Һыйырҙың һөтө - телендә. Һауым көтөүселәрҙең эшенә ныҡ бәйле. Малдарҙы өс көтөүсе алмашлап ҡарай.
Хужалыҡтағы үҙгәрештәр, етәкселектең алмашынып тороуы эштең сифатына йоғонто яһамай ҡалмай. Күптәр хужалыҡты ташлап ситкә эшкә китеүҙе хуп күрҙе. Шулай ҙа мерәҫтәр малдарҙы һаҡлап ҡалыу яғында. Тоҡомдо яңыртыу, фермаларҙы тәртипкә килтереү, эште яйға һалыу кәрәк. Быйыл етерлек мал аҙығы әҙерләп ҡалырға ла тырыша эшсәндәр.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика