Баймаҡ районы хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү дауам итә 28.07.2015

Шул ваҡытта төбәк эшсәндәре иртә культураларҙы урырға ла әҙерләнә -  техника һәм  ырҙын табаҡтары тәртипкә килтерелә. Был эштәрҙең барыһы ла райондың Ленин исемендәге хужалығында ырамлы бара.

Ауыл хужалығы эшсәндәренә йәйҙең һәр көнө ҡәҙерле. Хәйер, быйылғы миҙгел аграрийҙар өсөн матур бара.  Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы бесән, фураж, сенаж әҙерләү менән мәшғүл. Сөнки хужалыҡтағы һәр баш малға аҙыҡ берәмеге туплау зарур. Алдағы йылдар менән сағыштырғанда үлән быйыл яҡшы үҫкән, шунлыҡтан бесәнселәрҙең кәйефе лә шәп.  Мал аҙығын тотҡарлыҡһыҙ әҙерләү өсөн хужалыҡ яғыулыҡ-майлау материалдары менән тулыһынса тәьмин ителгән, запас частарға ҡытлыҡ юҡ. Хужалыҡта йыл да мал аҙығы әҙерләүҙә ҡатнашҡан эшсәндәргә бесән әҙерләшергә ярҙам итеү ҡаралған.  

Быйыл сабынлыҡтарҙа үлән ҡуйы, шуға ла бесән әҙерләү ауырлыҡтар тыуҙырмаясаҡ ти эшсәндәр. Әле ике мең  тонна сенаж, бер мең дә 50 тонна бесән әҙерләгән дә инде.
Хужалыҡтың райондың малсылыҡ продукцияһы етештереү күләменә индергән өлөшө лә арта бара. Бында техникалалар яңыртыла, бар яҡлап хужалыҡтың матди-техник базаһын нығытырға тырышалар.
Ураҡҡа төшөргә лә һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Лениндар уға әҙер. Иген культуралары быйыл мул уңыш менән ҡыуандырыр, малдар иһә  фураж,  һалам менән тулыһынса тәьмин ителәсәк. Кооперативҡа ҡышлатыу миҙгелен яҡшы әҙерлек менән ҡаршыларға бөтә шарттар бар.

Рүзилә Вахитова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика