Баймаҡ районы хужалыҡтарында ла мал аҙығын әҙерләү дауам итә

Баймаҡ районы хужалыҡтарында ла мал аҙығын әҙерләү дауам итә 20.06.2017

Быйыл төбәк хеҙмәтсәндәренә 29 мең 100 гектар майҙанда күп йыллыҡ үлән һәм  ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу бурысы тора. Оҙайлы  ямғырҙар арҡаһында  күп  хужалыҡтар  бесәнде башлай алмай әле. Уның сабылғандарын да киптереп һалырға тура киләсәк.  

Төбәктең Рәсүлев фермер хужалығының алдынғы тракторсыһы Сәлим Ишмырҙин үҙе генә бер нисә кешенең эшен башҡара. Бында кеше һаны түгел, сифатлы хеҙмәт һәм уға тейешле баһа мөһим. Ундайҙар ер эшендә алыштырғыһыҙ белгес. Сәлим башҡа хужалыҡтарға  барып ер катоклауҙа ла өлгөрә. Бөгөн дә хужалыҡтан тәүгеләрҙән булып сабыуға ул төштө.
Сабылған майҙандарҙын  тау башында булыуына ҡарамаҫтан бесән әле кипмәгән.  Сабылғандан һуң да уны  көн ярым тотоп киптерегә кәрәк буласаҡ , ти белгестәр.
Баймаҡ аграрийҙары  ла мал аҙығы әҙерләү кеүек кампанияға 5‐6 көнгә һуңыраҡ төштө. Бында ла оҙайлы ямғырҙар сәбәпсе.  Фермер хужалығы етәксеһе Радик Рәсүлев әйтеүенсә, шулай булыуға ҡарамаҫтан ул эште ике аҙнала теүәлләргә иҫәп тота.  Тик бесәнден дымлы булыуы мал аҙығының сифатында сағыласаҡ , әлбиттә.
Районда мал аҙығы әҙерләү кампанияһы Урал арьяғы МТСында ла бара. Әле майҙандарҙын 70 гектары сабылһа ла, яуым төшөм арҡаһында улар ҙа йыйылмай ята.  Бесән эше дәүер эше тигәндәй, йәшел үләндең күтәрелгән һәм сифатлы мәлендә  урындағы халыҡҡа ла бесәнгә төшөү кәңәш ителә. Г

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку