Баймаҡ районы хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәре алдынан семинар үткәрҙе

Баймаҡ районы хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәре алдынан семинар үткәрҙе 08.04.2017

Уның эшендә хужалыҡ етәкселәре, фермерҙар, ауыл билмәһе башлыҡтары менән берлектә Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни тикшеренеү инстиуты ғалимдары ла ҡатнашты.    

Йылдағыса семинар аныҡ хужалыҡтың эше, техника паркы, орлоҡ складтары менән танышыуҙан башланды. Бер аҙна эсендә барыһын да тәртипкә килтереп, баҫыу эштәрен 90 процент әҙерлек һыҙығына баҫтырған «Рассвет» хужалығы быйылғы сәсеүҙе тик үҙ көсө менән генә атҡарып сығырға ниәтләй. Техника төҙөк, эшсе ҡулдар етерлек, ти хужалыҡ рәйесе
Йыл аграрийҙар өсөн уртаса килә. Башҡала менән сағыштырғанда, республиканың көньяғында ҡар аҙ, яҙ айы ла оҙаҡҡа һуҙылды. Кеше яҡшыға ла, яманға ла тиҙ өйрәнә тигәндәй, былтырғы мул уңыштан һуң, уның быйылғыһын да яҡшыға юрай, белгестәр. Көҙгө ямғырҙарҙан һуң ерҙә дым етерлек. Шулай ҙа алдағы һауа торошо нимә күҙаллай. Ауыл хужалығының яҙмышы кешеләрҙен фиҙәҡәр хеҙмәтенә генә түгел, тәбиғәт шарттарына ла бәйләнгән.
Семинарҙың практик өлөшөнән һуң, аграрийҙар уның  пленар ултырышына йыйылды. Ғалимдар иҡтисади яҡтан отошло культуралар майҙандарын арттырыу, күберәк ашламалар файҙаланыу кеүек тәҡдимдәр бирә. Ашламалар аҙ ҡулланыла, сөнки хаҡтар тешләшә. Шуға күрә уның урынына биологик препараттар файҙаланыу ҙа урынлы, ти белгестәр.
Быйыл ауыл хужалығына субсидиялар өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бөтөнләй үҙгәрҙе. Хәҙер бәләкәй генә бурысы булған хужалыҡтар ҙа уға дәғүә итә алмаясаҡ.Был осраҡта ысынлап та фән кешеләренең кәңәшенә, күп йыллыҡ тәжрибәгә таянып көндөң һәр минутын файҙаланып ҡына эште теүәлләргә ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку