Баймаҡ һәм Йылайыр районындарында урман сәнәғәте мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үтте

Баймаҡ һәм Йылайыр районындарында урман сәнәғәте мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үтте 25.10.2014

Күсмә семинар  2011-2015-се йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә ойошторолдо. Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ төбәктәрҙә урынлашҡан бер нисә предприятие эшмәкәрлеге менән дә танышты.

Семинарҙа ҡатнашыусылар иң тәүҙә Баймаҡ ПМК-аһының  кирбес заводы базаһында  асылған  столяр изделиялар етештереү цехын ҡараны. Механизацияланған күсмә коллонна әле төбәктә берҙән-бер эре төҙөлөш предприятиеһы һанала. Шуға ла ағас эшкәртеү цехын асыу заман талабы ине, ти ойошма хеҙмәткәрҙәре.  
Яңы линияны сафҡа индереү өсөн предприятие етәкселеге 18 миллион һум сарыф иткән. Был суммаға сит илдән заманса ҡорамал һатып алынған, 6 кешегә өҫтәмә  эш урыны барлыҡҡа килгән. Киләсәктә уны тағы ла арттырыу күҙаллана.
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар Бетерә ауылындағы предприятиены ҡараны. Ағас эшкәртеү цехы әлегә тест режимында эшләй, бөгөнгә уның әҙерлеге 50 процент кимәленә еткән. Төбәктә шулай уҡ йүнселдәр өйҙәр төҙөү менән дә әүҙем шөғөлләнә. Шәхси эшҡыуар Илсур Нәбиуллин Баймаҡ ҡалаһында ағастан бер нисә йорт һала башлаған. Уларҙы төҙөгәндә тәҙрә һәм ишектәр генә ситтән һатып алынасаҡ, ҡалған кәрәк-яраҡтарҙы йүнсел үҙ цехында етештерәсәк. Йылайыр районында иһә иҡтисади яҡтан отошло яғыулыҡ  сығарыу яйға һалынған. Пеллетарҙың шулай уҡ экологияға ла зарары юҡ тиерлек.  Ағас күмерен ҡаптарға тултырыу менән  «Йылайыр урмансылығы» янындағы завод шөғөлләнә. Уның хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, әҙер продукцияға ихтыяж юғары.  Әммә Урал аръяғы төбәктәрендә был йүнәлеш етерлек кимәлдә үҫеш алмаған.  
Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып, урмансылар сәнәғәтенең дүрт  берлеге барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, төбәктәргә инвесторҙар йәлеп ителгән. Әммә киләсәктә урман әҙерләүселәр һәм инвесторҙар араһында хеҙмәттәшлекле  тағы ла әүҙемләштереү талап ителә. Күсмә семинарҙа тармаҡты борсоған проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында етди фекер алышынды.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку