Баймаҡ, Мәләүез һәм Дүртөйлө райондары хужалыҡтары республикала тәүгеләрҙән булып сәсеүгә төштө

Баймаҡ, Мәләүез һәм Дүртөйлө райондары хужалыҡтары республикала тәүгеләрҙән булып сәсеүгә төштө 28.04.2017

Бөгөн уларға тағы ла бер нисә төбәк ҡушылды. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән селектор кәңәшмәһендә белдерелде.  

Быйыл сәсеү эштәрен 2 миллион 158 мең гектарҙа башҡарыу бурысы тора. Был уҙған йылға ҡарағанда, 108 мең гектарға күберәк. Шулай уҡ 20 мең гектарҙа һәләк булған ужым культураларын да ҡайтанан сәсеү талап ителә. Селектор кәңәшмәһендә билдәләнеүенсә, республика хужалыҡтары орлоҡтар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Әле ауыл хеҙмәтсәндәре орлоҡтарҙы ағыулау менән мәшғүл. Бөгөнгә был эш планға ҡарата 47 процентҡа атҡарылған.
Бөгөн Әбйәлил районында ла өс хужалыҡ яуаплы компанияға тотондо. Быйыл төбәктә 64 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү үткәреләсәк. Йылдағыса, урындағы ауыл хужалығы предприятиелары ҡоролоҡҡа бирешмәгән культураларҙы, яҡшы сорттарҙы һайлауға ҙур иғтибар бүлгән. Сәсеүлектәрҙең байтаҡ майҙанын бойҙай, арпа, һоло һәм ҡарабойҙай биләйәсәк.  Шулай уҡ техник культуралар, бер йыллыҡ үләндәр сәсеү ҙә ҡаралған. Эштәрҙе ваҡытында атҡарып сығыу өсөн хужалыҡтарҙың барыһы ла орлоҡ менән етерлек күләмдә тәьмин ителгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку