Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында заманында бер юлы 2 меңгә яҡын студент белем алған

Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында заманында бер юлы 2 меңгә яҡын студент белем алған 29.01.2018

Данлы уҡыу йортон тамамлаған белгестәр ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында, етәксе вазифаларҙа, министрлыҡта, хөкүмәт аппаратында эшләй. 2014 йылдан техникум Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы филиалы итеп үҙгәртелә. Студенттар, төп белгеслектәрҙән тыш, өҫтәлмә рәүештә эшсе һөнәрҙәре лә алып сыға.

Ауыл хужалығын механизациялау бүлеге студенттары заманса ҡеүәтле техниканың төҙөлөшөн үҙләштереп кенә ҡалмай,  улар менән идара итергә лә өйрәнә. Сөнки уҡыу программаһында буласаҡ техник-механиктарға бушлай эшсе һөнәре биреү ҙә ҡаралған. Егеттәр өҫтәлмә рәүештә  биш категориялы тракторсы-машинист танытмаһы алып сыға. Шундай уҡ мөмкинлек башҡа бүлектәрҙә лә бар. Бөгөн уҡыу йортонда 450-нән ашыу студент белем ала.
Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Белорет райондары егеттәре-ҡыҙҙары килеп уҡыйҙар. Эргәләге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ, Гай райондарынан, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл, Агаповка райондарынан киләләр. Былтыр ғына Ҡаҙағстан студенттары тамамлап ҡайтып китте.  
Уҡыу йорто дүрт йүнәлештә белгестәр әҙерләй. Ауыл хужалығын механизациялау, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү буйынса уҡырға теләүселәр күберәк. Ветеринар һәм бухгалтер  һөнәрен алыусыларға ла ихтыяж ҙур. Бигерәк тә дипломлы мал табиптарына заявкалар күп килә, ти етәкселәр. Улар ауыл ерендә лә, ҡалала ла еңел генә эшкә урынлаша, шәхси клиникалар ойоштора.
Буласаҡ механик, технолог, ветеринар, бухгалтерҙар төплө белем алһын, төрлө яҡлап үҫешһен өсөн уҡыу йортонда бөтә шарттар ҙа булдырылған. Спорт секциялары, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре эшләй, тәрбиәүи һәм күңел асыу саралары үткәрелә. Дөйөм ятаҡта ҡала уңайлыҡтары тыуҙырылған, ашханала бушлай төшкө аш ойошторолған.  
Бөгөн Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы филиалының матди-техник базаһы, уҡыу-уҡытыу потенциалы 30-40 процентҡа ғына файҙаланыла. «Мәктәп уҡыусылары, тормошон ауыл хужалығы менән бәйләргә теләүселәр һис икеләнмәй Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында урынлашҡан уҡыу йортон һайлаһын ине. Сөнки төплө белем - эш баҙарында төп ҡорал», - ти етәкселәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку