Баймаҡ аграрийҙары  сәсеүгә төштө 28.04.2017

Бер аҙна элек дым ҡаплауҙы, тырматыуҙы башлаған хужалыҡтар бөгөн техник һәм мал аҙығы культураларын сәсә башланы.

Ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн яҙғы баҫыу эше яны йыл байрамы һымаҡ‐ көтөп алынған сара. Сесеү эше дәүер эше тигәндәй, уны бер көнгә һуңлатыуҙа кире һөҙөмтәһен бирә. Былтырғы кеүек баҫыуға тәүгеләрҙән булып төшкән Рассвет хужалығы быны үҙ тәжрибәһендә  лә һынап ҡараған.
Иртә сәсеүҙең ыңғай яҡтары күп, ти аграрийҙар.  Былтыр ошо баҫыуҙан алынған  гектарынан 20 центрнерға яҡын уныш  алынған.
Ә биш көнгә һуңлап төшкән күрше  яландың гектар ҡеүәте 7 центрҙан да артамаған. Шуға күрә ерҙә дым  барҙа ни тиклем иртәләйһең, шул сама яҡшы уңышҡа өмөт итеп була, ти белгестәр.
Әле сәсеүгә төшкән хужалыҡ баҫыуҙарында дүртәр, икешәр агрегат  эш алып бара. Улар бер нисә баҫыуҙа техник һәм мал аҙығы культуралары сәсә, өҫтәмә рәүештә тырматыу ҙа дауам итә.  Быйыл республиканың көньяғында кар ныҡыҫыраҡ булды, дәүләт ярҙамынын күләме уҙған ике тапҡырға аҙыраҡ булды.  Шуға ҡарамаҫтан баҫыу эштәрендә әҙерлек уҙған йылдарҙан түбән түгел. Элиталы  орлоҡтар күберәк һатып алынған, быйыл минераль ашламалар, биологик препараттар ҡулланыуға ла ихтибар буласаҡ.
Май байрамдарына баҫыу эштәре тулы ҡеүәтенә башланыр тип көтөлә. Сәсеү майҙандарының күп өлөшөн иген культуралары биләгән Баймаҡ аграрийҙары республиканың дөйөм икәмк фондына быйыл да ҙур өлөш индермәксе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика