Баймаҡ аграрийҙары бөгөн баҫыуҙарҙың 60 процентында сәсеү эштәрен тамамланы

Баймаҡ аграрийҙары бөгөн баҫыуҙарҙың 60 процентында сәсеү эштәрен тамамланы 16.05.2017

Хужалыҡ эшсәндәре аяҙ көндөң һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша. Алдынғы хужалыҡтарҙың береһе  «Толпар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте был тәңгәлдә райондың күп хужалыҡтарына үрнәк булып тора.

Ысынлап та, «Толпар» йәмғиәтенең баҫыуҙары үҙҙәренең уңдырышлы булыуы менән айырыла. Әйтергә кәрәк, 2 мең 500-ҙән ашыу гектарҙағы ерҙән йылда тип әйтерлек мул уңыш йыйыла, сәсеү кампанияһы ойошҡанлыҡ менән бара. “Толпар” хужалығы күп кенә күрһәткестәр буйынса районда алдынғылар иҫәбендә. Сәсеүҙә минераль ашламалар, биопрепараттар ҡулланыу ҙа уңышҡа ҙур йоғонто яһай.
Предприятие хеҙмәткәрҙәренә быйыл 1505 гектарҙа бойҙай, 900 гек¬тарҙа һоло һәм 100 гектар ергә борсаҡ сәсеү бурысы тора. Әле барлыҡ көс иген баҫыуҙарына йүнәлтелгән. Яҙғы эшкә барлығы 20 кеше йәлеп ителгән. Баҫыуҙы барлығы 7 агрегат техника иңләй. Ҡеүәтле «КамАЗ»-дар игенселәрҙе орлоҡ менән тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итә. Һуңғы йылдарҙа техникалар яңыртылмаһа ла, иҫкеләренә ваҡытында ремонт үткәрелеп, эшкә егелә.
Әйткәндәй, предприятие йыл һайын райондың, күрше төбәктәрҙең ауыл хужалығы предприятиеларын орлоҡ менән тәьмин итеүгә лә ниндәйҙер кимәлдә үҙ өлөшөн индерә. Ерҙең ысын хужаһы булыу, уны эшкәртеүгә етди иғтибар бүлеү, орлоҡсолоҡ мәсьәләләре тураһында даими хәстәрлек күреү, тейешле технологияларҙы күҙәтеү үҙ һөҙөмтәләрен бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку