Башҡортостандың көньяғында ураҡ ҡыҙа бара

Башҡортостандың көньяғында ураҡ ҡыҙа бара 12.08.2016

Оҙайлы ҡоролоҡ осоронан һуң быйыл төбәктә иген күпереп уңған.  Әбйәлил районында гектар ҡеүәте район буйынса уртаса  17 центнер. Ә арыш баҫыуҙарында был күрһәткес ҡайһы бер хужалыҡтарҙа 36 центнерға етә. Мтс- Урал аръяғы Агрофирмаһының Әбйәлил филилалында ла мөһим кампания ойошҡан бара.

Бөгөн Мтс-Урал аръяғы Агрофирмаһының Әбйәлил филиалында тиҫтәнән ашыу комбайн урып-йыйыу эшенә йәлеп ителгән. Ошо көндәрҙә Хужалыҡ ужым ашлыҡтарын йыйып бөтөп,арпа менән һоло баҫыуҙарына төштө.Һуңғы осорҙа яуым-төшөмдөң булмауы гектар ҡеүәтенә тәьҫир итте. Шуға ҡарамаҫтан, туғыҙ мең гектар майҙандан юғалтыуһыҙ иген культураларын йыйыу аграрийҙарҙың төп бурысы.
Баҫыуҙа Дон, Кэйс, Нью Холланд маркалы комбайндарҙа тәжрибәле механизаторҙар менән бер рәттән, йәш белгестәр ҙә ураҡ эшендә ҡатнаша. Районда был хужалыҡ йыл да студенттар өсөн тәжрибә майҙансығына әүерелә. Һуңғы йылдарҙа ғына төбәккә 15 йәш ауыл хужалығы белгесе ҡайта. Яңы уҡыуҙы тамамлап, эшкә ҡайтҡан инженер Айгиз Хәлилов шулар рәтендә.
Техника паркының торошон да баҫыу эшсәндәре даими рәүештә контролдә тоторға тырыша. Сөнки ҡыҙыу эш мәлендә комбайндарҙың ватылыуы ураҡ эшенә тотҡарлыҡ яһаясаҡ. Хужалыҡта башлыса тәжрибәһе булған механизаторҙар эшләй. Улар иртә таңдан ҡара кискәсә уңыштың муллығына тос өлөш индерә.
Бөгөн Әбйәлил районында бар хужалыҡтар ҙа иген культураларын йыйыу эшендә. Йылдағыса, Красная башкирия, Башаҡ йәмғиәте, шулай уҡ шәхси хужалыҡтар юғары күрһәткестәргә эйә. Был миҙгелдә лә  аграрийҙарға һәр көндөң ҡәҙерен белеп, алтын башаҡтарҙы йыйып алыу- төп бурыстарҙың береһе булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку