Башҡортостандың көньяғында милли эсемлекте етештереүселәр һаны арта

Башҡортостандың көньяғында милли эсемлекте етештереүселәр һаны арта 01.08.2016

Ҡымыҙ бешеү миҙгел эше, шуға ла йылҡысылар йәйге көндәрҙең һәр минутын һөҙөмтәле файҙаланып ҡалырға тырыша. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында йәшәүсе Хафизовтар быйыл өйөрҙө ишәйтеүгә өлгәшкән. Сауҙаға сығарылған шифалы эсемлек күләме лә арта.

Ауыл ерендә аҡса эшләп, етеш, мул тормошта йәшәп буламы? Ошондай һорауҙарҙы бөгөн йыш ишетергә була.  Ә бына Мерәҫ ауылында йәшәүсе  Хафизовтар теләк  булғанда, эште һөйгәндә  йыл әйләнәһенә табыш алырға була, тигән фекер  менән  тулыһынса риза. Бөгөн был ғаилә   ата-бабаларҙың боронғо ысулын ҡулланып, төшөмлө кәсепте үҙ иткән. Әлеге мәлдә  уларҙың  шәхси хужалығында   10 баш йылҡы малы аҫрала. Шуларҙың икәүһе  һауын бейәләре. Көнөнә хужабикә 20 литр тирәһе  ҡымыҙ  етештерә. Ҡымыҙ эшләү - мәшәҡәтле эш. Таҙалыҡ, тәртип яратҡан, уңған  кешеләр генә бының менән  шѳғѳлләнә алалыр.  сѳнки эсемлекте  етештергәндә сәғәттәр менән генә түгел, минуттар менән эш итергә кәрәк. Юҡһа, сифатлы ҡымыҙға ѳмѳт итермен тимә. Хафизовтар етештергән шифалы  эсемлек урында    ҙур ихтияж  менән ҡулланыла, уларға    продукцияны сығарып ҡайҙалыр тәҡдим итеү кәрәкмәй ҙә, тырыш ғаиләнең   даими клиенттары ла бар.  
Әлбиттә, башҡорт аттарын тотоу әллә ни сығымдар ҙа  талап итмәй, уларға ҡыш көндәре һәм ҡолонлау осоронда һәйбәт тәрбиә кәрәк. Етерлек бесәнен дә әҙерләү мотлаҡ. Ауыл ерендә ҡымыҙ эшләп һатыу - отошло эш, үҙ-үҙен аҡлай, ярайһы уҡ килем килтерә, - ти  Хафизовтар. Уңған ғаилә,  хатта ҡыш көндәре лә   шифалы эсемлекте етештереп һатыуға сығара.
Бынан  тыш Хафизовтар, күпләп һыйыр малы, һарыҡтар үрсетә, баҡса үҫтерергә лә ваҡыт таба. Районда уҙғарылған  бөтә сараларҙан  ситтә ҡалмай тиерлек. Шулай уҡ спонсорлыҡ ярҙамы ла күрһәтә.  Ауыл уңғандары киләсәктә был эште  дауам итеп, йылҡы һанын арттырырға уйлай. Тағы ла улар  кәзә  ҡымыҙында   етештереп  ҡарау теләге менән яна.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика