Башҡортостандың  ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте  эшсәндәре һөнәри байрамын билдәләй 14.11.2014

Байрам айҡанлы  баш ҡалала  иртәндән үк хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантаналары башланды.

Рөстәм Хәмитов залға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереүгә етди иғтибар бирелеүен билдәләне. Аграр өлкәлә уңышҡа өлгәшеү өсөн капиталь һалыуҙар талап ителә, беҙ был йүнәлештә даими  эш алып барабыҙ, һөҙөмтәләр булырға тейеш, тине республика етәксеһе. Быйыл да  ҡатмарлы тәбиғәт шарттарына ҡарамаҫтан,  йыл уртаса килде тип әйтергә мөмкин.  
Тантанала  аграр тармаҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән райондар,  хужалыҡтар, хеҙмәт алдынғылары  дәүләт наградалары,  Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, аҡсалата премиялар менән билдәләп үтелде.  Бүләкләнеүселәр араһында көндө-төнгә ялғап эшләгән һауынсы, малсы, механизатор,  кеүек ябай ер хужаларының күп булыуы ҡыуаныслы.  Мәҫәлән, Саҡмағош районынан  «Заря»  хужалығы механизаторы Рафаэль Шәймөхәмәтов «Салауат Юлаев» орденына лайыҡ булды.
Байрам айҡанлы ауыл хужалығы эшсәндәрен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин да тәбрикләне. Ауыл хужалығы тармағында эшләү бер ваҡытта ла еңелдән булманы, был бик ауыр һәм яуаплы һөнәр, һеҙҙең барығыҙға ла тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, тине ул.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика