Башҡортостандың 37 районында иген сәсеүлектәре һәләк булыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Башҡортостандың  37 районында  иген сәсеүлектәре  һәләк булыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде 17.08.2017

Республика етәкселеге ямғырлы һәм һалҡын йәйҙән күрелгән зыян күләмен 500 миллион күләмендә баһалай. Юҡҡа сыҡҡан сәсеүлектәр майҙаны 22 мең ярым гектар. Июндә  Башҡортостанда яуым-төшөм күләме ике айлыҡ нормаға еткән.Синоптиктар фекеренсә, ямғырҙар төньяҡ-атлантика циклоны әүҙемлеге һөҙөмтәһендә күҙәтелгән.

Һауа торошона бәйле ураҡ эштәре лә кәм тигәндә бер айға һуңланы. Шулай булһа ла, ямғырҙар ҡайһы бер хужалыҡтарға файҙаға ғына булған. Уңыш былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк булмаҡсы. Быны беҙҙең ижади төркөм Стәрлетамаҡ районының ауыл хужалыҡтары миҫалында күрҙе. Ҡайһы бер баҫыуҙарҙа уңыш бер гектарҙан 60 центрға тиклем барып етә.
Стәрлетамаҡ районы баҫыуҙарында техника тауышы тынмай. Рощинский совхозында ғына утыҙ комбайн урып-йыйыу эштәрен башҡара. Хужалыҡта һоло, арыш, ужым культуралары йыйып алына. Баҫыуҙа хеҙмәткәрҙәр эшләге генә килеп тора, тип һөйөнә. Сөнки быйыл һолоноң  гектар ҡеүәте  40 центрға барып баҫа. Был күрһәткес былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.
Үләндең актив үҫкән осоронда ҡойма ямғырҙар яуыуыуңдырышлыҡҡа булышлыҡ иткән. Ужым культураһы Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы баҫыуҙарының береһендә хатта гектарына 60 центрға барып етә. Хеҙмәткәрҙәр ҙә бындай күрһәткес булғанда рәхәтләнеп эшләге генә килә, тип һөйөнә.
Иген әлегә дымлы. Әммә был хужалыҡҡа хәл итмәҫлек мәсьәлә түгел. Күптән түгел предприятиела яңы орлоҡсолоҡ комплексы эшләй башлаған. Производство тулыһынса автоматлаштырылған. Комплекста дымлы ашлыҡты киптереү, таҙартыу эштәре башҡарыла.
Александр Степанов, Октябрьский ауылының иген һаҡлағысы мөдире: «Әгәр ҙә быға тиклем заводта төрлө хеҙмәткәрҙәр эшләһә, хәҙер бөтә нимә тулыһынса автоматлаштырылған. Залда бер оператор, киптереү урынында бер хеҙмәткәр эшләй. Комплекс урып-йыйыу эштәре ваҡытында беҙгә бик кәрәкле. Беренсел эшкәртеү машинаһының ҡеүәте бер сәғәттә 100 тоннаға барып етә».
Уңыштың билдәле бер өлөш орлоҡҡа һәм һаҡлауға һалына, ҡайһы берҙәре ҡатнаш аҙыҡ етештереүгә ебәрелә. Хужалыҡта эре мөгөҙлө малдың һаны 8 меңгә барып етә. Хеҙмәткәрҙәр уларға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләү ысулдарының төрлөһөн ҡуллана.
Махсус ҡапсыҡтарға ашлыҡ, тары ярмаһы һәм башҡа культураларҙы  дым  кимәле 25-30 процент  булғанда  тултырырға мөмкин. Хужалыҡ  был ысулды тағы ла өс урында ҡулланырға  иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку