Башҡортостандың 13 районында баҫыуҙағы уңыштың һәләк булыуы арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде

Башҡортостандың 13 районында баҫыуҙағы уңыштың һәләк булыуы арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде 13.07.2017

Был исемлеккә - Баҡалы, Бәләбәй, Бүздәк, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Краснокама, Нуриман, Стәрлебаш, Өфө, Федоровка һәм Шишмә райондары индерелгән. Ауыл хужалығы культуралары ҡырылыуының төп сәбәпе  - ерҙең үтә  дымлы булыуына бәйле.

Төбәктең ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ғәҙәттән тыш хәл режимының индерелеүе -  уңыш йыйыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшмәгән өсөн федераль бюджетҡа штраф түләүҙән  ҡотолоу сараһы ла булып тора.
Илшат Фәзрахманов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры: «107 хужалыҡта барлығы 22 мең гектар майҙанда ауыл хужалығы культураларының һәләк булыуы теркәлгән. Әлегә тейешле документтар әҙерләнә. Ғәҙәттән тыш хәлдең иғлан ителеүе һәм баҫыуҙа көтөлгән юғалтыуҙар - көҙгө уңышҡа бигүк тәьҫир итмәйәсәк. Республикала сәсеү эштәре өс миллион гектарға яҡын майҙанда башҡарылды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика