Башҡортостандағы иң оҫта һауынсы Миәкә районында йәшәй

Башҡортостандағы иң оҫта һауынсы  Миәкә районында йәшәй 20.06.2015

Тәтешлелә машина менән һыйыр һауыу операторҙары араһында ҡырҡынсы тапҡыр республика бәйгеһе уҙҙы.

Был көндө Крупская исемендәге хужалыҡ йәйләүе ысын мәғәнәһендә һабантуйҙы хәтерләтте. Сөнки һөнәри конкурста үҙ төбәктәрендә еңеү яулаған  ете тиҫтәгә яҡын һауынсы ҡатнашты. Юбилей конкурсы байрағын күтәреү хоҡуғы республиканың былтырғы еңеүсеһе Ғәлиә Ғарифуллинаға бирелде. Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин билдәләүенсә, Башҡортостан һөт етештереү буйынса илдә беренсе урынды биләй. Һөт ул социаль эсемлек, шуға ла унһыҙ кеше  йәшәй алмай.
Конкурсанттар теория, тест һорауҙарына яуап бирҙе, һауын аппараттарын ваҡытҡа һүтеп ҡорҙо, лабораторияла оҫталығын күрһәтте һәм һөттөң сифаты, таҙалығы  баһаланды. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Миәкәнән Земфира Муллағәлиева еңеү яуланы. Ул Башҡортостан данын   Бөтә Рәсәй конкурсында яҡлаясаҡ. Ә инде  конкурста ҡатнашҡан иң йәш  һауынсы тип Бишбүләктән туғыҙынсы синыфты тамамлаған Ләйсән Бәҙретдинова танылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку