Башҡортостанда ужым культураларының 5-6 проценты зыян күргән

Башҡортостанда  ужым культураларының 5-6 проценты зыян күргән 10.04.2017

Был дөйөмләштерелгән күрһәткес һәм ҡышты сыға алмаған ужым баҫыуҙары һәр районда төрлөсә. Төньяҡ райондарҙа  көҙгөһөн сәселгән культуралар яҡшыраҡ һаҡланһа, көньяҡ райондарҙа юғалтыуҙар күберәк.  Был әлбиттә, төрлө факторҙарға бәйле. Орлоҡ сифатынан алып һауа торошона тиклем. Ужым быйыл нисек һаҡланған һәм аграрийҙар ниндәй уңыш көтә?

Бәхеткә күрә, быйыл һауа торошо һаранланып торманы. Аграрийҙарға хатта, ҡар ҡапларға ла тура килмәне. Өфө эргәһендәге сәсеүлектәрҙә лә көрттөң ҡалынлығы бер метрға тиклем етә яҙған. Һөҙөмтә күҙ алдында.
Шулай ҙа «Артеминда» хужалығы уңышты ҡар менән дымлылыҡҡа ғына ышанып япһармай. Орлоҡ сифаты ла хәл иткес роль уйнай, ти улар. Ҡышҡылыҡҡа ер ҡуйынына тапшырыласаҡ  культуралар төрлө ауырыуҙарҙан да һаҡлана.
Ә бына республиканың көньяҡ райондарына уңыш әҙерәк йылмайған. Ҡар Урал аръяғында ҡалын түгел.  Етмәһә, көҙ айҙарының ҡоро тороуы ла ужым сәсеүҙе һуңлатты, ти ауыл хужалығы эшсәндәре.
Республиканың төньяғында ужым культураларының ни бары өс проценты ғына зыян күрһә, көньяҡта яландарҙың  15 процентын ҡайтанан сәсергә кәрәк буласаҡ. Йәмғеһе, республикала ужымға 6 йөҙ мең гектар сәсеүлектәр билдәләнгән. Ләкин көҙгө ерҙең дымһыҙ булыуы арҡаһында план ике йөҙ мең гектарға тиклем үтәлмәй ҡалды.
Тап ошо яңы технологияға аграрийҙар ҙур өмөттәр бағлай. Әгәр уны ваҡытында ҡулланып өлгөргәндә ужым йөҙ процентҡа һаҡланасаҡ, ти белгестәр. Быйылға инде зыян күргән баҫыуҙарҙа яңынан сәсеү эштәре башҡарыласаҡ. Гектар ҡеүәтен арттырыу  өсөн орлоҡ сифатын да алдан хәстәрләү мөһим , ти белгестәр.
Игенселек өсөн хәүефле төбәк һаналған Башҡортостан хужалыҡтары ужымды мөмкин тиклем күберәк сәсеп ҡалдырырға тырыша. Яҙғыһын сәселгән менән сағыштырғанда, уның гектар ҡеүәте лә 5-6 центерға юғарыраҡ була. Быйылғы ужымдың сағыштырмаса яҡшы һаҡланғанын иҫәпкә алғанда, мул уңышҡа өмөт итергә була, тиауыл эшсәндәре.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика