Башҡортостанда трактор етештереүсе завод барлыҡҡа килеүе ихтимал

Башҡортостанда трактор етештереүсе завод барлыҡҡа килеүе ихтимал 26.09.2017

Әлеге ваҡытта республика Ҡытай инвесторҙары менән һөйләшеү алып бара. Инвестиция күләме ике миллиард һум тәшкил итмәксе  Техника беҙҙең төбәк ауыл хужалығына яраҡлығына һынауҙы уңышлы үткән. Тәүгеләрҙән булып сит ил тракторын Шишмә аграрийҙары һынап ҡараған.

Ике ил вәкилдәре бер-береһен бер һүҙҙән аңламаһалар ҙа, бергәләп техника ҡороу бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Әҙһәм Ғиләжев Ҡытай белгестәре менән ике аҙна ғына таныш. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә улар  биш агрегатты  йыйып та ҡуйған. Тиҙҙән алтынсыһы ла әҙер буласаҡ.
Тәжрибә уртаҡлашыу майҙанында тиҫтәләп слесарь эшләй. Бар материалдар ҙа тура Ҡытайҙан килтерелгән. Трактор иң кескәй деталдән башлап йыйыла тиһәң дә була.
Башҡортостан ерлегендә йыйылған техниканы әлегә Ҡытай белгестәре һынай. Әммә  тиҙҙән был тракторҙарҙа  үҙебеҙҙең механизаторҙар республика баҫыуҙарын иңләйәсәк.
Беҙҙең республика ауыл хужалығы өсөн ят техника һанала, шулай ҙа баҫыуҙарҙа һынауҙы уңышлы үткән. Хәҙер ул хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирергә тейеш. Унан һуң, сертификат алыуға өлгәшәсәк. Ә инде Башҡортостанда трактор етештереү заводын эшләү мөмкинлеген бирә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку