Башҡортостанда үтәсәк  ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашасаҡ 21.06.2017

«Иң алдынғы ер һөрөүсе» исеменә һынауға  әҙерлек бара,  техниканың төҙөклөгө тикшерелә. Ярыш  ике корпуслы, әйләнмәле һабанлы  «Агромаш-85 ТК»  тракторында үтә.  Башҡортостан данын бөтәһе биш тракторсы яҡлай. Сираттағы ярышҡа механизаторҙарҙы чемпионатта быға тиклем  яҡшы һөҙөмтә күрһәткән  Илдар Ишәкәев әҙерләй.

Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән Рәсәй чемпионатында былтыр  Башҡорт дәүләт  аграр университеты студенты  Әлиә Яҡупова ла ҡатнашты. Ул ярыш тарихында берҙән-бер гүзәл зат вәкиле ине. Быйыл уның өлгөһөндә тағы ике ҡыҙ һынауға әҙерләнә. Студенттар тракторҙы ла, еңел машинаны ла берҙәй оҫта йөрөтә.
Чемпионат шарттары буйынса ер һөрөү ундан ашыу йүнәлеш буйынса баһалана. Ваҡыт иҫәпкә алынмай, иң мөһиме ерҙе сифатлы эшкәртеү.  
Сара 25 июндән 1 июлгә тиклем дауам итә.  Рәсәйҙә был  алтынсы чемпионат.  Еңеүселәргә 2018 йылда Европа кимәлендә уҙғарыласаҡ чемпионатта ҡатнашыу хоҡуғы бирелә.  Бөтә донъя кимәлендәгеһе 2020 йылға билдәләнгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика