Башҡортостанда иген сәсеүлектәрҙең 96 процентында һуғылған

Башҡортостанда иген сәсеүлектәрҙең 96 процентында һуғылған 31.08.2016

Дөйөм алғанда, уртаса гектар ҡеүәте 18,9 центнер. Республиканың 20 районы хужалыҡтарында эш тамамланған да инде. Аграрийҙар һуң өлгөрөүсе техник культураларҙы ура башланы. Алты район аграрийҙары көнбағышҡа төштө. Ҡырмыҫҡалы районындағы «Артемида» тоҡомсолоҡ хужалығы  баҫыуҙарында мал аҙығы әҙерләүҙең иң ҡыҙған мәле.

«Артемида» тоҡомсолоҡ  хужалығының мең гектар ерендә  кукуруз урылған, был бөтә  майҙандың 70 проценты тигән һүҙ.  Мал аҙығын туплау дауам итә,  культура  үҙҡиммәтен юғалтмаһын өсөн  махсус агрегат аша үткәрелә. Орлоҡтар ваҡлап турала һәм ул һыйырҙарҙың организмында яҡшыраҡ үҙләштерелә.
Олег Кондров, водитель: «Көнөнә 20-25 рейс урайбыҙ. Уңыш яҡшы. Кузов  10 минут эсендә тула».
Силос соҡорҙары  75 процентҡа  тултырылған. Көндәрҙең ҡоро тороуы үҫемлектәрҙең һәм үләндәрҙең   туҡлыҡлығына тәьҫир иткән, шулай ҙа ваҡытында  юғалтыуһыҙ йыйып алыу арҡаһында уңышҡа зарланырлыҡ түгел.  
Денис Заикин, хужалыҡтың һөт-етештереү комплексы етәксеһе: «Мал аҙығы әҙерләүҙең иң ҡыҙған сағы. Кукуруз  гектарынан 350 центнер тәшкил итә. Былтырҙан ҡалған мал аҙығы ла бар. Йыл ярымлыҡ   запас  әҙерләнде. Дөйөм алғанда, өс йылға етерлек мал аҙығы бар».
Хужалыҡта 1200 эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә. Һыйырҙар көтөүлеккә сығарылмай, йыл әйләнәһенә ҡурала тора. Мал башына  көнөнә илле килограм тирәһе аҙыҡ  бүленә.  
Эҫе көндәрҙең   һауымға  тәьҫире һиҙелгән, шулай ҙа хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре   аҙыҡ рационын төрләндереп уны бер кимәлдә тотоуға ирешкән.  
Көндәр ҡоро торғанда хужалыҡта мал аҙығы әҙерләүҙе сентябрь урталарына тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку