Башҡортостанда еләк миҙгеле башланды

Башҡортостанда еләк миҙгеле башланды 10.07.2017

Иң беренсе булып Шишмә, Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы районы уңғандары ҡала баҙарына үҙ продукцияһын тәҡдим итә. Нуримандар  иһә итальян технологияһы буйынса ер еләге үҫтерә. Яңы эш башлаусы фермерҙар ике гектар баҫыуҙа өс йыл дауамында ер еләге үҫтерә.

Йәйҙең төп емеше булған еләк төҫөнән баҙарҙа күҙҙәр ҡамаша. Өфө баҙарында ер еләгенең ниндәйе генә юҡ. Ямғырлы йәйҙә Башҡортостан фермерҙары ярайһы уңыш алған. Баҙарҙа баҡса еләгенең килограмы уртаса өс йөҙ һумдан тәҡдим ителә. Ауырғазы районы Терәпә ауылынан килгән һәүәҫкәр баҡсасы Ольга Герасимова  фестиваль, гигант сорттарын күпләп үҫтерә. Йәй ризыҡтарын танһыҡ иткән халыҡ еләк сауҙаһы барған ерҙән өҙөлмәй.
Шишмә районы  уңғандары өсөн был осор питомниктан күпләп еләк  йыйып ҡулаҡса эшләү мөмкинллеге лә... Шишмә ҡасабаһында  йәшәүсе Рәсиха Хәйруллина еләк бешкән миҙгелде түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ул фемер баҙарына көн һайын һикһән килограммдан ашыу еләк килтереп һата. Килограммын өс йөҙ һумдан тәҡдим итеп ярайһы килем ала
Нуриман районы Нимесләр ауылында үҫтерелгән еләк төрҙәре Италиянан ҡайтарылған. Улар япма һыҙатына ултыртылған һәм  төпкә  һыу һибеү ҡоролмаһы тоташтырылған. Улар һәр ҡыуаҡты етерлек кимәлдә дым менән тәьмин итә. Дүрт төрлө сорттың емештәре таҙа һәм тығыҙ.Тәме лә татлы. Нуриман районының еләк баҡсаһын биш кеше хеҙмәтләндерә. Еләк үҫтереүгә һәм йыйыуға башлыса ҡатын-ҡыҙҙар йәлеп ителә. Улар йәйге миҙгелдә ун биш-егеме мең тирәһе хеҙмәт хаҡы ала.
Юғары техник белемле Андрей Назаренко өс йыл элек ғаиләһе менән ауыл ерендә төпләнергә ҡарар итә. Йәш фермер ауыл хужалығы өлкәһендә грант алып,  итальян ысулы буйынса еләк үҫтереүгә керешә. Яҡындары менән өс йыл элек башлаған шөғөлдәре килемле. Нуриман баҡсаларының емешенә халыҡта ихтыяж ҙур.
Андрей Назаренко, итальян технологияһы буйынса еләк үҫтереүсе фермер: «Еләк өсөн йылы ла, дым да етәрлек булырға тейеш. Улар  миҡдары тейешле кимәлдән артыуы уңышҡа кире йоғонто яһауы ихтимал. Беҙҙең районда ер еләге үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Киләсәктә баҡса майҙанын алты гектарға еткереп,емеште  эшкәртеүҙе лә башларға ине. Иң мөһиме, ерҙә эшләргә теләк кенә булһын».
Быйылғы ямғырлы йәйҙә күп кенә фермерҙарҙың йылдар буйына үҫтергән еләк яландарын һыу баҫыу осрағы ла етәрлек. Шуға күрә лә емештең хаҡын төшмәйәсәк ,ти фермерҙар. Йәй емешенең килограмын өс йөҙ һәм өс йөҙ илле һумдан һатып алырға була. Нуриман фермерҙарының еләктәре башлыса Өфө баҙарҙарында халыҡҡа тәҡдим ителә.
Нуриман районының Нимесләр ауылында итальян технологияһы буйынса ер еләге үҫтерелә. Клерк, Мармеладо, Галя Чив һәм Джолли сорттары беҙҙең төбәккә яраҡлаштырылған. Һалҡындарға бирешмәй, ә татлы, һутлы емештәр баҙарҙа ҙур һорау менән ҡулланыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку