Башҡортостанда быйыл алмаларҙың яңы сорты барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостанда быйыл алмаларҙың яңы сорты барлыҡҡа киләсәк 30.04.2016

Уның өҫтөндә әлегә Кушнаренко селекция үҙәге хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ғалимдар әйтеүенсә, был емештәр башҡа сорттарға ҡарағанда күпкә тәмлерәк һәм файҙалыраҡ буласаҡ. Бынан тыш, районда ауыл хужалығы уңғандары ла яңы мал аҙығы культураһы - аҡһымға бай люпин үҫтерә башларға йыйына.  

«Роса» хужалығы хеҙмәткәрҙәре ал-ял белмәй эшләй. 1200 гектарҙа яҙғы сәсеү эштәрен башҡарып өлгөрөргә  кәрәк. Илдә иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ булыуға ҡарамаҫтан, предприятиеның техникаға ла, яғыулыҡҡа ла, эш хаҡтары түләүгә лә аҡсаһы етә. Улай ғына ла түгел, тәжрибәләр үткәреү өсөн айырым резерв та тупланған. Быйыл Кушнаренко эшсәндәре яңы культура - люпин үҫтерә башаясаҡ. Тәүге уңыш орлоҡҡа китәсәк.
Аҡһымға бай люпин үҫтереү республикала киң ҡолас алмаған. Былтыр ул өс йөҙ гектарҙа ғына  сәселһә, быйыл майҙан алты-ете тапҡырға арттырылған. Кушнаренко районында тағы ла бер компания был культура менән ҡыҙыҡһына башлаған. «Изге икмәк» предприятиеһы белгестәре буласаҡ уңышҡа инвестор ҙа тапҡан. Әлегә сәсеү эштәрен тулыһынса финанслау мәьсәләһе хәл ителгән. Гектарынан 20-25 центнер уңыш булыр тип көтөлә.
Дөйөм алғанда, Кушнаренко районы хужалыҡтары күрһәткестәр артынан түгел, ә сифат артынан ҡыуа. Әлегә төбәктә ужымды туҡландырыу, орлоҡто ағыулау эштәре тамамланған. Яҙғы культуралар алты мең гектар ерҙә сәселгән, был баҫыу майҙандарының һигеҙҙән бер өлөшө генә.
Аграрийҙар биләдәләүенсә, быйыл республиканан субсидиялар ваҡытында килә һәм алдағы әҙерлек эштәре юғары кимәлдә ойошторола. Яғыулыҡ, орлоҡ, ашламалар етерлек. Һауа торошо ла ҡулай - көҙгө уңыш мул булыр тип күҙаллана. Төбәктә фән өлкәһендә лә уңыштар бар. Фәрис Фәзлиәхмәтов утыҙ йылға яҡын селекция менән шөғөлләнә. «Был йүнәлеш һуңғы ун йылда тулыһынса юҡҡа сыҡты, яңыраҡ ҡына ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә башланы»,- ти ул. Кушнаренко селекция үҙәге хеҙмәткәрҙәре быйыл дәүләт һынауына алманың яңы сортын тапшырырға ниәтләй.
Уңыш гектарынан 150 центнерҙан да кәм булмаҫ тип көтәбеҙ. Был емеш  шәкәр, кислоталар кеүек химик элементтар содержаниеһы буйынса башҡа сорттарҙан күпкә яҡшыраҡ.  
Үҙәктең башҡа  уңыштары ла байтаҡ. Селекция өлкәһендә торғонлоҡ булғанда ла, ғилми һәм тикшеренеү база тулыһынса һаҡлап алып ҡалынған. Ғөмүмән, район яҙғы баҫыу эштәре темпын да арттырған. Баҫыуҙа техника тауышы тынмай. Эш етерлек - быйыл республика аграрийҙарына 3 миллион 160 мең гектар майҙанда көҙгө уңышҡа нигеҙ һалырға кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку