Башҡортостанда былтыр теплицала үҫтерелгән йәшелсәнең уңыш күләме 77 мең тонна тәшкил итә, ҡыяр-помидор башлыса Туймазынан магазин кәштәләренә ебәрелә

Башҡортостанда былтыр теплицала үҫтерелгән йәшелсәнең уңыш күләме 77 мең тонна тәшкил итә, ҡыяр-помидор башлыса Туймазынан магазин кәштәләренә ебәрелә 27.04.2017

Әммә республика башлығы менән тура эфирҙа ойошторолған әңгәмәлә тап ошо районда йәшәүселәр импорт продукцияһына һыуһаныҡ тип үҙенсәлекле мөрәжәғәт менән сыҡты. Баҡтиһәң, сауҙа селтәрҙәрендә Туймазы помидорына ҡуйылған хаҡтар күптәрҙең кеҫәһенә һуға.

Мәүзир Латипов йәшелсә үҫтереү менән 90-сы йылдарҙа шөғөлләнә башлай, бөгөн был йүнәлеш ярайһы уҡ килем дә килтерә. Ҡыяр, помидорҙан йыйып алынған уңыш күләме йылына 4 мең ярым тонна тәшкил итә. Йәшелсәләр Башҡортостан магазиндарына ғына түгел, федераль сауҙа селтәрҙәренә лә сығарыла. Күмәртәләп һатып алыусылар булғанда, эш тә ырамлы бара,-ти ул.
Ә бит ҡыярға йәй хаҡтар тағы ла төшәсәк, көҙгөһөн дә был йәшелсәне һатып алып бармайҙар. Помидорҙарға килгәндә улар әлегә өлгөрмәгән. Шулай ҙа эшҡыуар Мәүзир Латипов магазин кәштәләрендә сит ил продукцияһын «Туймазы» бренды аҫтында алдап һатыусылар етерлек,-ти. Хаҡтар менән дә ярайһы уҡ шашалар. Был бер проблема булһа, икенсеһе - теплицаны тотоу ҡиммәткә төшә. Ҡыяр-помидорҙың хаҡы - электр энергияһы, газға киткән сығымдарға бәйле булыуы ла билдәле. Тарифтар йылдан-йыл арта. Районда 54 теплица хужалығы эшләй тигәндә, был йүнәлештәге юғалтыуҙар миллион һумдар менән иҫәпләнә.
«Туймазы» фермерҙар ассоциацияһы рәйесе Миңзаһит Шәңгәрәев әйтеүенсә, был киҫкен проблеманы хәл итеү юлдары бар. Тарифтарҙы төшөрөү, йәки квадрат метрҙан йыйылған уңышты арттырыу өсөн хужалыҡтарҙы модернизациялау. Әлегә районда эшҡыуар Мәүзир Латипов тәүгеләрҙән булып был йүнәлештә етди эш башлаған.
Әлегә хужалыҡта ике гектар майҙанда заман талаптарына яуап биргән яңы теплица төҙөлә. Ул автоматлаштырылған система буйынса эшләйәсәк. Дөйөм сығымдар 200 миллион һум тәшкил итә. Бында йыл әйләнәһенә ҡыяр үҫтереү планлаштырыла.
Ике гектар майҙанда һәр квадрат метрҙан йыйылған уңыш күләме лә ике-өс тапҡырға күберәк буласаҡ. Теплица киләһе йыл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Әйткәндәй, йыл һайын Туймазы районынан ғына илле меңдән ашыу тонна йәшелсә һатыла. Башҡортостан буйынса ғына түгел, Рәсәй буйынса ла был юғары күрһәткес.
Республика теплица хужалыҡтары продукцияһы сифаты менән дә алдыра. Дәүләттән яңы ғына фермер хужалығы менән шөғөлләнә башлаусылар һәм теплица төҙөүселәр өсөн ярҙам бар. Кәмендә өс гектар майҙанда ҡоролма ҡуйыла икән, төҙөлөшкә киткән сығымдарҙың дүрттән бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкин. Шулай уҡ республикала яңы инвестиция проекттары ла бар, улар тормошҡа ашҡанда, йәшелсә үҫтереү майҙандары ла бермә бер артасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку