Башҡортостанда бал ҡорттары күпләп ҡырылыуы тураһындағы хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәй 24.05.2017

Республика ветеринарҙары Башҡортостан төбәктәрендә ҡорт күстәренең нисек ҡышлауын тикшергән. Һөҙөмтә күрһәтеүенсә, ҡорттарҙың ҡырылыуы норманан аҙ ғына юғарыраҡ булыуы асыҡланған. Атап әйткәндә, бал ҡорттары  һәләк булған умарталыҡтарҙа  варатоз ауырыуының 23 процентҡа етеүе билдәләнгән, күс именлеге өсөн ул 3 проценттан ашмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ ситтән килтерелгән бал ҡорттары алты ай буйы ҡышлауға өйрәнмәгән. Белгестәр билдәләүенсә, карпат, кавказ ҡорттары бер айҙан ашыу умартала ябыҡ һаҡлана алмай.    

Республика ветеринария станцияһы күптән түгел Испанияға эш сәфәре менән барып ҡайтҡан һәм  бал ҡорттары ауырыуҙарын өйрәнеү һәм дауалауға махсуслашҡан институт менән хеҙмәттәшлек тураһында килешкән. Киләсәктә был йәһәттә яңы тест-системалар ҡулланыласаҡ.
Андрей Белов, Башҡортостан  ветеринария станцияһы идаралығы етәксеһе: «Беҙ республиканың бөтә райондарындағы умарталыҡтарҙа тикшереү үткәрҙек һәм бал ҡорттарының  үлеме 4,6 процент тәшкил итеүе асыҡланды. Был уҙған йылдарҙағынан бер аҙ күберәк, әммә ҙур хафа тыуҙырмай».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика