Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт тарафынан етди иғтибар бүленә

Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт тарафынан етди иғтибар бүленә 02.12.2014

Ошо йәһәттән эшҡыуарҙар араһында  конкурс үткәрелеп, еңеүселәргә  субсидия бүленә. Иглин ҡасабаһында йәшәүсе Виктор Замесин да бәхетен һынап ҡарамаҡсы. Уҙаман шәхси хужалығында бүҙәнә үрсетә.

Иглинда  йәшәүсе Виктор Замесин ҡасандыр бүҙәнә үрсетермен тип башына ла килтермәгән. Хәҙер  был ҡоштар менән һарайы  тулған. Бер нисә йыл элек  ун бүҙәнә  алып  автоматик инкубаторҙа үрсетә башлай. Хәҙер йоморҡа  һалыусы ҡоштар 270-кә еткән, унан тыш себештәр ҙә ҙурайып  килә.  
Виктор Замесин: «Инкубаторҙы айына бер генә ҡуям. Күберәк итеп үрсетергә дәрт бар ҙа, тик һарай бәләкәй. Уны ҙурайтып эшләр инем,  ер кәрәк».
Замесиндар ғаиләһе хәҙер тауыҡ ите урынына бүҙәнәнеке  менән туҡлана. Ул диетик аҙыҡ булараҡ ҡулланыла.  Ә ҡоштарҙың йомортҡаһының сәләмәтлеккә йоғонтоһо хаҡында хужа сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Ул  йөрәк ҡан-тамырҙары эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, астма, диабет һәм туберкулез кеүек сирҙәрҙән яфаланыусыларға файҙалы.  
Виктор Александровичтың шөғөлө хаҡында бөтә таныштары белә. Етештергән продукцияға ихтыяж  ҙа артҡандан-арта, ти ул.  Үҙ эшен асыу ниәте менән янған уҙаман шәхси эшҡыуарлыҡҡа  субсидия бүленеү  программаһы хаҡында һорашырға  район хакимиәтенә юллана.
Луиза Сатаева, Иглин районы хакимиәтенең баш иҡтисадсыһы: «Документтар әҙерләргә  кәрәк. Ғариза, сығымдар сметаһы, бизнес-планығыҙ һәм шәхси эшҡыуар булыуығыҙ хаҡында таныҡлыҡ  алып килегеҙ. Конкурста еңеп сыҡҡан хәлдә  субсидия бүленә».
Виктор Александрович бәләкәй генә ҡоштарҙың кеше һаулығына  ҙур файҙа килтереүенә ҡыуанып бөтә алмай. Эшенең килемле булырына ла ышанысы ҙур. Ҡоштар тиҙ үрсей, ике ай эсендә өлгөрә. Ҡарауы ла әллә ни ауыр түгел. Хужа ҡоштарҙы көнөнә дүрт тапҡыр ашата. Кис бер сәғәттә һарайҙы таҙартып ҡуя. Тик
эшен ҙурайтырға теләгән йүнселдең һүҙҙәрен  район хакимиәтендә хуплаусы табылмаған.
Виктор Замесин: «Шлакоблоктар етештерһәң файҙалы эш булыр ине тиҙәр. Ә былай әгәр ҡоштар үлеп ҡуйһа  аҡса елгә осоуы бар тинеләр. Мин улай уйламайым».
Шулай ҙа Виктор Замесин танауын төшөрмәй. Киләһе йыл  районда үткәрелгән «Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү» программаһында ҡатнашырға иҫәп тота. Кем белә, бәлки, уға ла бәхет йылмайыр. Рәсәйҙәге санкция шарттарында тап ошондай маҡсатлы, тырыш   кешеләргә юл асылыр тигән ышаныс бар бит.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку