Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереүгә йәнә бер аҙым

Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереүгә йәнә бер аҙым 07.01.2016

«Йәш фермер» һәм «Ғаилә һөтсөлөк малсылыҡ фермалары» программалары буйынса быйыл республикала 365 миллион һум күләмендә грант бүленде. Дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә төбәктә күп кенә хужалыҡтар күҙгә күренеп йәнләнде. Продукция күләме арттырылды. Грант та бюджеттан тик уңышлы хуплау тапҡан, перспективалы хужалыҡтарға ғына бүленә.

Һауын һыйырҙар һаны был хужалыҡта 65-кә етә. Малсы Ғүмәр Йомаҙилов уларҙың холҡон өйрәнеп бөткән. Тәжрибәһе етерлек уҙамандың, эш айырмай. Һыйыр ҙа һауа.
Хужалыҡтың уңышы етәксенең хеҙмәткәрҙәре менән бергә бар эштәрҙе лә тиң башҡарыуында. Юнир Ғирфанов етәкселегендә крәҫтиән-фермер хужалығы 90-сы йылдарҙы ауыр кисерһә лә, тарҡалыуға ирек ҡуймай. Юнир Ғиндулла улына көндәрен генә түгел, төндәрен дә ферманан ҡайтмайынса эшләргә тура килгән. Хәҙер Ҡыйғы районында иң уңышлы эшләгән хужалыҡ һанала. Ит һәм һөт йүнәлешендә махсуслашҡан ферма продукцияһын реализациялау уңышлы хәл ителә. Һөт 16 һум да 50 тингә Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһына оҙатыла.
Ә был һарайҙа йәш мал аҫрала. Сибек булмаһын өсөн көнөнә бер нисә тапҡыр төрлө витаминлы ҡатнаш аҙыҡ ашатыла.
Быҙауҙар ғәҙәттә, был хужалыҡта аҙна-дүрт көн эсендә айырылып махсус шарттарҙа тәрбиәләнә. Өс айға тиклем тик яңы һауылған һөт кенә бирелә.
Киләсәккә маҡсаттар ҙур. Шуларҙың береһе һөт эшкәртеү цехын булдырып - ҡаймаҡ, йогурт кеүек һөт продукцияларын етештереү. Әлбиттә, уны дәүләт ярҙамынан тыш башҡарып булмай. Ошо уҡ Ҡурғаш ауылында йәшәүсе йәш фермер Роберт Ғәйнуллин мәҫәлән, ауыл хужалығы программаһында ҡатнашып техника алыуға өлгәшә. Киләһе йылда ла ҡатнашырға иҫәп тота. Сөнки малдар һаны ишәйә.
Роберт Ғәйнуллин, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Ата-әсәйем уйламаҫтан фермерлыҡ менән шөғөлләнә башланы. Тәүҙә дүрт-биш баш аҫралһа, хәҙер мал һаны 80 башҡа етте. Пландар күп. Һыйырҙарҙы тағы ла арттырып, яңы ферма төҙөү. Был хужалыҡты хәҙер мин етәкләйем, атай-әсәйем эстафетаны миңә тапшырҙы».
Әйткәндәй, Башҡортостан илдә ауыл хужалығы өлкәһендә дәүләт ярҙамын күпләп файҙаланған төбәк. Шуға етештереү күләме лә маҡтанырлыҡ. Ҡаҙнанан бүленгән аҡса ярҙамында төбәктә 250-гә яҡын ферма сафҡа ингән. Әгәр республика ауыл хужалығын үҫтереү ошондай  аҙым менән атлаһа, яңы ҡаҙаныштарға өмөт юғары.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку