Башҡортостанда һауа торошо яҙғы баҫыу эштәрен һәм мал аҙығы әҙерләү кампанияһын үткәреүгә үҙгәрештәр индерә, һәм уңыш йыйыуҙа ла сағылыш таба

Башҡортостанда һауа торошо яҙғы баҫыу эштәрен һәм мал аҙығы әҙерләү кампанияһын үткәреүгә үҙгәрештәр индерә, һәм уңыш йыйыуҙа ла сағылыш таба 10.07.2017

Төбәк хөкүмәтендәге ултырышта билдәләнеүенсә, ҡойма ямғырҙар сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү буйынса агротехник эштәрҙе башҡарыуҙы бер аҙ тотҡарлай. Республиканың ҡайһы бер райондарында яуым-төшөм күләме норманан ике тапҡырға күберәк күҙәтелгән.

Оҙайлы ямғырҙар арҡаһында сәсеү ике-өс аҙнаға һуңлай. Һауа температураһы уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән түбән булғанлыҡтан, шытымдарҙың сығышын аҡрынайтҡан. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, Көньяҡ урман-дала, Урал алды дала һәм Урал аръяғы дала зоналарында ашлыҡ йыйыу 20-25 июль урынына - 10 августан, Төньяҡ-көнсығыш һәм Төньяҡ урман-дала зоналарында иһә 20 августан һуң башланасаҡ. Быйыл яҙғы иген культураларын йыйыу ужым сәсеү ваҡытына тура килеүе ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку