Башҡортостанда һауа торошо мал аҙығы әҙерләү һәм ураҡ эштәрен үткәреүгә үҙгәрештәр индерҙе

Башҡортостанда һауа торошо  мал аҙығы әҙерләү һәм ураҡ эштәрен үткәреүгә үҙгәрештәр индерҙе 11.07.2017

Республиканың ҡайһы бер райондарында яуым-төшөм күләме норманан ике тапҡырға күберәк күҙәтелгән. Әммә оҙайлы ямғырҙар осоронда ла  хужалыҡтарҙа эш туҡталғаны юҡ. Бесән булмаһа сенаж әҙерләнә, техника баҫыуға үтә алмаһа, япраҡ аҙыҡ туплана.

Краснокама районында ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын әҙерләү өсөн махсус айлыҡ иғлан ителгән. Хужалыҡтарға төбәктең төрлө ойошмалары ла ярҙамға килә. Бер нисә сәғәт эсендә мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан 250 пар миндек йыйылған. Ауыл хужалығында ниндәй генә үҙгәрештәр булып, заманса техника ҡулланылһа ла, малдарға япраҡ аҙыҡ әҙерләү бөгөн дә уңышлы ысул тип иҫәпләнә.
Татьяна Спиридонова, Николо-Березовка мәктәбе хеҙмәткәре: «Беҙҙең өсөн япраҡ йыйыу, әллә ни ҡатмарлыҡтар тыуҙырмай. Киреһенсә, урманға килеп эштән ял итеп, хеҙмәттәштәр менән аралашып ҡайтыуыбыҙға шатбыҙ. Бына мин үҙем генә етенсе тапҡыр сығам. Быҙауҙар ҙа был аҙыҡты яратып ашай».
Хужалыҡтарға миндек йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡан төбәк халҡының ярҙамы быйылғы ямғырлы йәйҙә, айырыуса, һиҙелә. Планға ярашлы, мәктәп, ойошмалар тарафынан 300 тонна япраҡ аҙыҡ әҙерләү талап ителә, күп коллективтар нормаһын үтәгән дә инде.
Ауырғазы районы хеҙмәтсәндәре лә аяҙ көндөң һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша. Механизаторҙарҙың эш башлауына өс-дүрт көн. Әлегә улар әҙерләнгән сенажды махсус соҡорҙарға һала. Ете йөҙ баш эре малға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ етәрлек, тик эшләргә көнө генә булһын, ти ферма мөдире.  
Ҡыҙғанысҡа,  эшкә әленән-әле яуып торған  ҡойма ямғыр ҡамасаулай. Механизаторҙар баҫыуға сығып та өлгөрмәй, эш көнөн тамамларға мәжбүр. Шуға ҡарамаҫтан, хужалыҡта ямғыр ваҡытында ла эш тынмай. Әле бында малдарҙы ҡышлатыуға яңы бина төҙөлә.
Баҡалы районында иһә мал аҙығы әҙерләүҙе һауа торошо тотҡарлай. Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар һөҙөмтәһендә ҡайһы бер баҫыуҙар һыу аҫтында ҡалған. Ҡеүәтле техниканың эшкә төшөүенән дә файҙа юҡ. Белгестәр бындай һауа шарттарының тиҫтә йылдар дауамында күҙәтелмәүен иҫәпкә алып, республиканың 13 төбәгендә ғәҙәттән тыш хәл индереү ихтималлығын ҡарай.
Синоптиктар, оҙаҡ көткән йәй аҙна аҙағына көтөлә тип фаразлай. Һауа температураһы кесе йоманан 27 градусҡаса тиклем күтәрелһә, ялға ҡарай яуым-төшөм бер аҙ кәмеүе, көндөҙгө сәғәттәрҙә 24-29 градусҡаса йылытыуы ихтимал. Шулай ҙа Гидрометеорология үҙәге белгестәре оҙайлы фараздар эшләүҙән тыйылып тороу яҡлы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку