Башҡортостанда ҡарбуздар өлгөрҙө

Башҡортостанда ҡарбуздар өлгөрҙө 09.09.2015

Туймазы районында шәхси эшҡыуар быйыл бер гектар майҙанда Шәрек емеше сәсеп 30 тоннаға яҡын уңыш алырға иҫәп тота.

Эшҡыуарға ҡарбуздарҙы үҫтереүҙә Үҙбәкстандан килгән агроном дуҫы ярҙам итә. Апрель айында бер нисә мең үҫенте сәсеп ашлама индереп, ҡырауҙар тамамланғас емештәрҙе асыҡ һауаға күсереп ултырталар. Ҡарбуздарҙың республика һауа шарттарына яраштырылғаны һайланған. Продюссер сортлыһы иртә өлгөрә, ә кристан ҡарбуздары татлы, ти эшҡыуар. Быйыл йәй һыуыҡ булғанлыҡтан уңыш мул түгел. Шулай ҙа иң ҙур ҡарбуздар 10 килограмға тиклем  тарта. Бынан тыш емештәргә һыу һибеү өсөн электр станцияһы ла һуң ҡорола. Эшҡыуар был шөғөл менән дүрт йыл элек шөғөлләнә башлай. Иң тәүҙә ҡарбуздарҙы өйрәнеү өсөн 10 сутый ергә сәсә. Киләсәктә майҙандарҙы киңәйтергә, ҡарбуз үҫтереүҙе дауам итергә уйлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку