Башҡортостанда аграрийҙар ике миллион тоннанан ашыу иген йыйып алған

Башҡортостанда аграрийҙар ике миллион тоннанан ашыу иген йыйып алған 10.09.2015

Бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар майҙандарҙың 68 процентында сабылған, 66 процентында һуғылған. Гектарынан уртаса уңыш 17,6 центнер. Хәйбуллалар ураҡ эштәрен тамамлау өҫтөндә - уларға майҙандарҙың 5 процентын йыйып алырға кәрәк. Йылайыр, Краснокама, Стәрлебаш һәм Шаран райондарында 80 проценттан ашыу майҙандарҙа иген һуғылған. Саҡмағош һәм Мәләүез районы баҫыуҙарында юғары уңдырышлылыҡ һаҡлана - бында  28 һәм 27,7 центнер уңыш алына. Быйылғы ураҡ кампанияһы һөҙөмтәләре Урал аръяғы райондары игенселәрен дә мул уңыш менән һөйөндөрә

Районда иң ҙур сәсеүлек ерҙәре МТС-тың «Урал аръяғы агро» предприятиеһының Баймаҡ филиалында-12 000 гектар майҙанды биләй. Шуның һигеҙ меңдән ашыуында иген культуралары сәселгән. Ҡасандыр ҡеүәтле иген фабрикаһы тип йөрөтөлгән Йылайыр совхозы биләмәләре ‐райондың ялан яғы зонаһы һуңғы йылдарҙа айырыуса ҡоролоҡтан зыян күрә. Быйылғы ямғырҙарҙан иһә иген баҫыуҙары туҡ башаҡтарҙан һығыла. Хужалыҡ комбайндары юғары сортлы бойҙай баҫыуҙарын иңләй. МТС филиалының Йылайыр бүлексәһендә ҡаты сортлы иген культураһы 1500 гектарҙа сәселгән.  2300-ҙөндә йомшаҡ сортлы бойҙай. Уңыш гектарынан 15-21 центнер. Был хужалыҡ эшсәндәренең аҙаҡҡы йылдарҙағы иң оло еңеүелер.
Икһеҙ-сикһеҙ ятҡан баҫыу майҙандарының иң бәләкәйе 500 гектарға етә. Комбайнсылар икенсе осҡа сыҡҡансы 2500 ‐өс саҡрым араны үтә. Бункер тиҙ тулғанда  эштең ауырлығы ла һиҙелмәй, ти улар.
Төбәктә күләме буйынса ғына түгел, сифаты яғынан да иң яҡшы иген үҫтерелә. Ҡатмарлы һауа шартарында дәүләт ярҙамы алыу ҙур этәргес, ти ауыл эшсәндәре. Был төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, сәсеүлектәрҙе юғалтмай һаҡлап ҡалыуға, сифатлы орлоҡ һатып алыу мөмкинлеге бирә.
Баймаҡ районында бөгөнгә урып-йыйыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Гектар ҡеүәте уртаса 15 центнер.  Толпар яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бойҙай уңышы гектарынан 27, һоло 24 центнерға етә. Шулай уҡ Баймаҡ тәжрибә хужалығы, Ленин ауыл хужалығы предприятиеһы һәм Рассвет хужалығы баҫыуҙары мул уңыш менән һөйөндөрә.
Хужалыҡтарҙа урып-йыйыу эштәре менән берлектә баҫыуҙарҙы яңы миҙгелгә әҙерләү ҙә йылдам алып барыла. Туңға һөрөү, йыйылған уңышты беренсел таҙартыу. Эш етерлек. Мул уңышҡа нигеҙ бөгөндән һалынғанын ер кешеләре аныҡ аңлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку