Башҡортостанда «500 ферма» программаһы уңышлы эшләй

Башҡортостанда «500 ферма» программаһы уңышлы эшләй 07.01.2015

Уның ярҙамында Илеш районында ғына 13 ферма тергеҙелгән. Хужалыҡта иҫкергән биналар төҙөкләндерелеп, сифатлы һөт аҙыҡтары етештерелә.

Яуаплылығы сикләнгән «Урал» йәмғиәте «500 ферма» программаһына өс ай элек ингән. Әле бында  300 баш малға һарай төҙөлә. Күләмле проекттың хаҡы 12 миллион һум, уның 5 миллионын дәүләт ҡаплай. Бында йәш малға бокстар, һөт өсөн махсус блоктар ҙа төҙөлә. 1600 баш эре мал ҡараусы ферма хеҙмәткәрҙәре өсөн дә хужалыҡта бар уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы ла маҡсатлы программа ярҙамында төҙөкләндерелгән  330 баш һыйырға һарай төҙөлгән. Бөйрәкәйҙәр  Айриш тоҡомло.  Һөттө күп биргән малҡайҙар беҙҙең климат шарттарына яраҡлашҡан, ти ферма хеҙмәткәрҙәре. Шуға ла ауыл хужалығының күрһәткестәре яҡшырғандан-яҡшыра, һауым да юғары.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку