Башҡортостанда 10 механизатор «Нива» автомобиле асҡысы алды

Башҡортостанда 10 механизатор «Нива» автомобиле асҡысы алды 10.11.2017

Ялан батырҙарына ҡиммәтле бүләкте Республика башлығы  Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта тапшырҙы. Тырыш хеҙмәт лайыҡлы баһа алырға тейеш, тине Рөстәм Хәмитов.  Башҡортостан аграрийҙарын Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Сергей Левин да тәбрикләне. Сарала башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһауҙан тыш киләсәккә маҡсаттар ҙа билдәләнде.

Раил Раянов хәҙер ялан-ҡырҙарҙы комбайнда ғына түгел, өр яңы  автомобилдә лә иңләй ала.  Ураҡ компанияһында көндө-төнгә ялғап эшләгән механизаторға бөгөн Нива Шевроленең асҡысы тапшырылды.  Раил Нуриман районы баҫыуҙарында 5 меңдән ашыу гектарҙа ашлыҡ урған.    
Автомобиль асҡыстары барлығы 10 ялан батырына тапшырылды. Ысынлап та быйыл ауыл эшсәндәре оло маҡтауға лайыҡ. Бураларға 4 миллион тирәһе ашлыҡ һалынған, был һуңғы йылдарҙа булмаған күрһәткес.  Шәкәр сөгөлдөрөнөң дә уңышы яҡшы, 1 миллион 600 мең тоннанан ашыу.  Малсылыҡ тармағы ла, йәшелсә үҫтереүселәр ҙә үҙ ҡаҙаныштары менән лайыҡлы ғорурлана ала.
Рөстәм Хәмитов  ауыл кешеһенең йәшәйешен еңеләйтеү өсөн  кооперативтарҙы арттырыу  бурысын ҡуйҙы. Фермерҙарҙы берләштергән, ойошторған берекмәләр һәр ауыл биләмәһендә булырға тейеш.  
Фойелағы ауыл хужалығы күргәҙмәһендә  кооперативтарҙың продукцияһы ла сағылыш тапҡан. Әммә  хужалар әйтеүенсә, ойоштороу  еңел генә бармай. Аңлатыу эштәре алып барыу, өлгө күрһәтеү мотлаҡ.
Ерҙең ҡөҙрәте сикһеҙ, һаҡсыл һәм иғтибарлы мөнсәббәт булғанда мул уңыш алырға ла мөмкин. Шуға күрә  лә  тантаналы йыйылышта яңы  технологияларҙы индереү, заманса эшкәртеү алымдары,  техника паркын яңыртыу хаҡында ла һүҙ барҙы.  Баҙар шарттарының һәр бер һынауына ла әҙер булырға кәрәк, мәҫәлән,  быйыл мул уңыш хаҡтар төшөүгә сәбәпсе булған.
Республикала етештерелгән продукцияны сит илдәргә танытыу ҙа мөһим. Сөнки Башҡортостандың донъяуи кимәлдәге абруйы арта. 2021-се йылда Апимондияны Өфөлә үткәреү хоҡуғын яулау ҙа ошо хаҡта һөйләй.
Ер кешеһенең йыл аҙна-айҙарға түгел сәсеү, ураҡ, ҡышлатыу кеүек миҙгелдәргә бүленә. Уларҙың һәр береһе мөһим һәм үҙ-ара бәйле. Әле лә ауыл эшсәндәре йыйылған ашлыҡты һатыу, һаҡлау эштәре менә мәшғүл. Республика башлығы ашлыҡты тәрән эшкәртеү бурысын да ҡуйҙы, ул ваҡытта алынған  табыш күләме лә бермә-бер артасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку