Башҡортостан һөт етештереүсе төбәктәр араһында беренсе урында килә

Башҡортостан һөт етештереүсе төбәктәр араһында беренсе урында килә 06.01.2017

Был уңышҡа республикала тормошҡа ашырылған «500 һөт фермаһы» программаһы ҙур өлөш индерә. Миҫал өсөн, программала ҡатнашыусыларҙың һауым күләме 32 процентҡа артҡан. 2017-2019 йылдарҙа «500 һөт фермаһы» үҙгәреш кисерәсәк. Уға орлоҡ һатып алыуға субсидиялар өҫтәлә.

24 бөйрәкәй 20 минутта һауылып, сығып та китә. Әмиров крәҫтиән-фермер хужалығында бына инде биш йылға яҡын яңы тәртип. Заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған һауын залы эшсәндәрҙең эшен еңеләйтә, етештереү ҡеүәтен дә арттыра. Миҫал өсөн, был ҡуралағы 305 баш һыйырҙы ике кеше генә һауа, быға ваҡыт та күп китмәй.
«500 һөт фермаһы» программаһы буйынса был ҡура биш йыл элек төҙөкләндерелгән. Әле тәүлегенә һәр һыйыр уртаса 16 литр һөт бирә. Ә бөтәһе бында ҡара-сыбар тоҡомло 550 һауын бөйрәкәйе бар. Быйыл тәбиғәт шарттарына бәйле мал аҙығының әҙ булыуын иҫәпкә алғанда, күрһәткес арыу тип аңлаталар хужалыҡта. Ҡәнәғәтләндерерлек һауымға аграрийҙар хайуандарҙың рационын өҫтәмә рәүештә витаминдар һәм микроэлементтар менән байытыу ярҙамында өлгәшә.  
Республиканың төньяғында урынлашҡанға күрә, Әмиров хужалығы продукцияһын башлыса күрше Татарстанға, Пермь өлкәһенә оҙата. Әле һөттө улар 22 һумдан тапшыра.
Район буйынса ла ҡоролоҡ мал аҙығы күләмененең түбәнерәк булыуына килтергән. Миҫал өсөн быйыл хужалыҡтар кукуруз силосын былтырғынан ике тапҡырға әҙерәк әҙерләгән. Быға ҡарамаҫтан, һауым күрһәткестәре юғары.
Бөтәһе «Әмиров» хужалығында даими нигеҙҙә 113 кеше эшләй. Сәсеү һәм ураҡ осоронда уларҙың һаны 160-ҡа етә. Берҙәм эш һөҙөмтәһеҙ ҡалмай, хужалыҡ районда алдынғылар рәтендә килә. Һәм «Әмиров»сылар тырыш хеҙмәт менән яуланған беренселекте юғалтырға теләмәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика