Башҡортостан солоҡсолоҡ һаҡланып ҡалған уникаль төбәк

Башҡортостан солоҡсолоҡ һаҡланып ҡалған уникаль төбәк 28.08.2015

Быға республиканың ҡарағай урмандарға бай булыуы, кәсептең быуындан-быуынға күсеп килеүе, ҡурсаулыҡтар эше булышҡан. Башҡортостан умартасылығы менән ҡыҙыҡһыныусы Франция белгесе Жиль Ратиа ла боронғо һөнәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Умартасылар ассоциацияһының халыҡ-ара федерацияһы президенты «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы менән танышты.

Ҡуйы төтөн Әлхәм Иҫәнамановтың төп ярҙамсыһы. Сөнки солоҡ ҡорттары башҡаларҙан айырмалы рәүештә күпкә уҫалыраҡ, уларҙы тик төтәткес менән генә бер аҙ тынысландырып була ти солоҡсо. Кәсеп нескәлектәрен Әлхәм Иҫәнаманов атаһынан өйрәнгән, ғаиләлә солоҡсолоҡ быуындан-быуынға күсеп килә. Ололар ағас һайлап тамғалаған, кеселәр уны ҡулланған.
Элегерәк яҡшы солоҡ өсөн сапҡыр биргәндәр. Бөгөн кәсепкә юҡҡа сығыу
янай. Солоҡсолоҡ онотолдо тип әйтеү дөрөҫ түгел. Шул уҡ Бөрйәнгә уны өйрәнеү өсөн республиканың төрлө тарафтарынан киләләр. Ҡорт ҡурҡыныс аҫтында. Ул башҡа тоҡомдар менән ҡушыла, ауырыуҙарға дусар була. Башҡорт солоҡсолоғо менән танышырға килгән халыҡ-ара умартасылар ассоциацияһы президенты төп проблемаларҙы билдәләне.
Жиль Ратиа, умартасылар ассоциацияһының халыҡ-ара федерацияһы президенты: «Башҡа илдәрҙә солоҡсолоҡ бөтөнләй тиерлек ябай умартасылыҡ менән алмашынды. Шуға ла бындай проблема тормай. Аңлауымса, Башҡортостанда солоҡ ҡорто башлыса талпандан зыян күрә. Икенсе мөһим мәсьәлә ул тоҡомдар ҡушылыуы».
Башҡортостан умартасылары талпандар менән көрәшергә өйрәнгән. Бының өсөн махсус препараттар ҡулланыла, һөҙөмтәлә ҡорттар яҡшы ҡышлай.
Ҡорттоң тоҡомон белеү өсөн белгестәр уның ҡанатын тикшерә. Килеп сыҡҡан һөҙөмтә тейешле күрһәткескә тап килмәй икән, тимәк, алдыбыҙҙа башҡа ҡорт. Был осраҡта күстең инәһен башҡорт тоҡомлоһона алмаштыралар. Уларҙы селекционерҙар ҡурсаулыҡта үрсетә. Генетик материалды бөтә Башҡортостан буйынса эҙләйҙәр.  
Белгестәр шәхси умартасылыҡтарҙа ла тикшереүҙәр үткәрә. Ҡатнаш тоҡом күстең 90 процентын тәшкил иткәндәре лә осрай. Был ҡорттарҙың ауырыуына, уларҙың ҡышлай алмауына, балдың кәмеүенә килтерә. Ҡурсаулыҡта ғилми эш менән солоҡсолоҡто танытыу, уны үҫтереү йәнәш бара. Кәсеп менән танышыу өсөн сит илдән дә киләләр. Мәҫәлән, әле Шүлгәндә бер төркөм Германия студенттары шөғөлләнә. Улар өсөн практик дәрестәр ойошторола, ҡунаҡтар ағасҡа менеп ҡарай, солоҡто һаҡлап ҡалыу нескәлектәрен төшөнә.
Республика алдында бал ҡорто тоҡомон һаҡлап ҡалыу менән бергә башҡорт балын сит илдәргә һатыу мәсьәләһен хәл итеү бурысы тора. Әле беҙҙә етештерелгән бал Европа һәм Америка илдәре талаптарына тап килмәй. Бәлә умартасылар ҡулланған препараттарҙа. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре донъяла бөтөнләй тыйылған. Күрәһең, балды экспортҡа күмәртәләп һатыу өсөн башта ҡануниәттә умарттасылыҡа ҡағылышлы үҙгәрештәр индерелергә тейеш.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку