Башҡортостан кооперацияны үҫтереү буйынса федераль пилот проектының икенсе этабына мотлаҡ инергә тейеш

Башҡортостан кооперацияны үҫтереү буйынса федераль пилот проектының икенсе этабына мотлаҡ инергә тейеш 19.10.2017

Был  бурысты бөгөн Республика башлығы  ауыл  хужалығы кооперацияһын үҫтереүгә  арналған эш кәңәшмәһендә  ҡуйҙы.  Беҙ илдең  ун төбәге менән бергә тәүге  этапҡа уҡ эләгергә тейеш инек киләсәктә һәр ауылда биләмәһендә бер-ике кооператив асыу зарур, тине Рөстәм Хәмитов. Шулай уҡ был эш  ҡағыҙҙа отчет өсөн генә  башҡарылырға тейеш түгел, урындарҙа аңлатыу эштәре алып барыу мотлаҡ.  

Баймаҡ районының Буранбай ауылындағы һөт ҡабул итеү пунктында эш ҡайнай. Бында ошо тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр үҙ продукцияһын тапшыра. Үҙәктән алыҫта урынлашҡан һәм ҙур булмаған ауылдар өсөн был бик ҡулай,  берҙән  халыҡ аҡты тапшырып тотороҡло килем ала, икенсенән эш урындары асылған. Кооперацияны Фирҙәүес менән Илдус Алтынбаевтар ойошторған.  Пунктта  ике тонна һыйҙырышлы һыуытҡыс  ҡуйылған. Йыйылған һөт һыуытылып, анализ яһалғандан һуң  Темәскә, артабан  Ырымбур өлкәһенең һөт заводына оҙатыла.

Ауыл ерендә  мал көтмәгән йәки  баҡса үҫтермәгән кеше һирәк. Әммә күп осраҡта  халыҡ  түккән көсөнөң файҙаһын күрмәй.  Продукцияны ғаиләһе өсөн  генә тотона, аҡса кәрәк саҡта осһоҙға ғына  алыпһатарҙарға тоттороп ебәрергә мәжбүр була. Йәй көнө ит йәки һөт ризыҡтары тиҙ генә боҙолоп бара, баҙарҙа һатып та булмай. Кооперация  ошо ваҡытта ярҙамға килә лә инде. Йәғни бер нисә хужалыҡ берләшеп эшләй. Уртаҡ техника,  һыуытҡыс,  һаҡлау пункты, продукцияны күмәртәләп һатыу һәм башҡалар.  Әле республикала был йүнәлеш аяҡҡа баҫыу осоро кисерә.  2015-се йылдан  кооперацияны үҫтереүгә федераль һәм республика ҡаҙнаһынан  54 миллион һум аҡса  бүленгән.  Был күп түгел, шуға  күрһәткестәр ҙә  түбән. Комплекслы эш , урындарҙа аңлатыу  алып барыу кәрәк тине Рөстәм Хәмитов. Рәсәйҙә әле кооперацияны үҫтереү буйынса пилот проекты  ғәмәлгә ашырыла. Тәүге этапҡа ун төбәк ингән, әммә Башҡортостан был исемлектә юҡ.

Быйыл ауыл хужалығы кооперативтарына 30 миллион һумлыҡ грант ярҙамы ҡаралған, был алдағы йыл менән сағыштырғанда 2,2 процентҡа күберәк.Эш башлаусыларға кооперацияның несәклектәрен, бухгалтерия иҫәбе, документтар әйләнешен   аңлатыу буйынса консультация үҙәге ойошторолған, белгестәр 3 тиҫтәнән ашыу районды йөрөп сығып ике меңләгән халыҡ менән осрашыуҙар үткәргән дә инде. Был эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе булып республикала ауыл хужалығы коооперативтарының иҫәбе йөҙгә яҡынлашыуы тора.

Кушнаренко районынан Ирек Бакиров та  был системаның мөһимлеген яҡшы аңлай. Ул  тыуған ауылы Байталлыла "Хазина" ауыл хужалығы кооперативын төҙөгән. Уға умартасылар ҙа,  малсылар ҙа ингән, һөт йыйыу ҙа ойошторолған. Һәр  кеше кооперативҡа үҙ мөлкәте менән килә.  Һатыу итеү өсөн  бәләкәй булһа ла баҙарҙары,  эшкә тракторҙары бар, һаҡлауға һыуытҡыстары бар. Улар дөйөм ҡулланылышта булһа ла хужаның исемендә ҡала. Ирек Бакиров бөгөнгө ултырышта кооперацияның киләсәген кеше факторына бәйле тип белдерҙе. Халыҡ әле был йүнәлешкә ышанмай, ә эйәртер өсөн абруйлы  лидерҙар кәрәк.

Берҙәмлектә көс, күмәкләгән яу ҡайтарған тигән һымаҡ  кооперация хәрәкәте берләшеп эшләүгә, проблемаларҙы уртаға һалып хәл итеүгә ҡоролған.  Был йүнәлеш сит илдәрҙә киң таралһа ла Башҡортостанда яңы,  әле аяҡҡа баҫыу осоро  кисерә.  Әммә тәүге һөҙөмтәләр бар, йыл башынан ғына республикала 3 тиҫтәгә яҡын ауыл  хужалығы кооперативы теркәлгән. Әле тағы 6 төркөм документ әҙерләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку