Башҡортостан «Үҙәк» МТС-ы Ҡырымда

Башҡортостан «Үҙәк» МТС-ы Ҡырымда 16.06.2014

Ошо көндәрҙә Ҡырым Республикаһының Белогорск районында Башҡортостан «Үҙәк» МТС-ы бүлеге эш башланы. Башҡортостан вәкилдәре шефлыҡҡа алған райондың ауыл хужалығы техникаһы паркын 15 комбайн, өс «Камаз» һәм сервис агрегаты менән тулыландырҙы. Уҙған аҙнала Башҡортостандан барған Нью-Холланд комбайндары ураҡҡа төштө.

Ошо көндәрҙә Ҡырым Республикаһының Белогорск районында Башҡортостан «Үҙәк» МТС-ы бүлеге эш башланы. Башҡортостан вәкилдәре шефлыҡҡа алған райондың ауыл хужалығы техникаһы паркын 15 комбайн, өс «Камаз» һәм сервис агрегаты менән тулыландырҙы. Уҙған аҙнала Башҡортостандан барған Нью-Холланд комбайндары ураҡҡа төштө.

Өс йыл дауам иткән ҡоролоҡтан һуң быйыл Белогорск районының ауыл эшсәндәрен шатландырып, шифалы ямғырҙар яуған. Баҫыуҙарҙың гектар ҡеүәте 30-35 центнерҙан да артып китә. Шуға күрә лә урындағы белгестәр Башҡортостандан ярҙам ваҡытлы килде, тип шатлана.
Валерий Авдеев, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Быйыл иген яҡшы үҫте. Ләкин Башҡортостандан ярҙам килмәһә, уңышты йыйып алыу ауырға төшөр ине. Беҙҙең техника паркы ныҡ иҫкергән». Оҙон һәм ҡатмарлы юл үтеүсе комбайндар менән бергә Ҡырым уңышын йыйырға Башҡортостандан иң яҡшы 15 механизатор ҙа килгән. Игенселәр ураҡ эштәрен бер ай эсендә тамамларға иҫәп тота. Ураҡ эштәрен башҡарыу менән бергә егеттәр урында йәшәүселәрҙән йәлеп ителгән ярҙамсыларҙы сит ил техникаһы менән таныштыра. Башҡортостан МТС-ы ярҙамында төбәктә 20-нән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Күҙалланыуынса, киләһе йыл быйылғы ярҙамсылар руль артына үҙаллы ултырырға тейеш.
Нью-Холланд комбайндары шефлыҡҡа алынған районға йәй миҙгеленең тәүге көндәрендә барып етһә лә, урындағы бүлексәне асыу буйынса эшмәкәрлек май айында уҡ башланған. МТС етәкселеге элекке хәрби совхоз биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартып уратып алған, ремонт эштәре башҡарған. Бынан тыш, комбайндар ҡуйыласаҡ бокстар ҙа ремонтланасаҡ. Ураҡтан һуң комбайндар урында ҡала. Техник талаптар буйынса, улар асыҡ һауала ҡышларға тейеш түгел.
Белогорск районында ураҡ эштәре тамамланғас, Башҡортостан комбайндарын күрше райондарҙа ла көтәләр. Һуңынан инде игенселәр ҙур Ватаныбыҙҙың яңы төбәгенән Башҡортостанға әйләнеп ҡайтасаҡ. Ялан батырҙарын тыуған ерҙә лә ҡыҙыу ураҡ көтә.
Гөлдәриә Йосопова


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку