Башҡортостан игенселәре Ҡырымда ураҡ эштәрен тамамланы

Башҡортостан игенселәре  Ҡырымда ураҡ эштәрен тамамланы 25.07.2014

Белогорский районында яҡташтарыбыҙ 9 мең гектар майҙандан 16 мең тонна иген  урып-һуҡҡан.

Башҡортостан вәкилдәре шефлыҡҡа алынған райондың ауыл хужалығы техникаһы паркын 15 комбайн, өс «Камаз» һәм сервис агрегаты менән тулыландырғайны. Ҡырым уңышын йыйырға Башҡортостандан иң яҡшы 15 механизатор юлланды.  Игенселәр йылы яҡта июль башында  ураҡҡа төштө. Әбйәлил районынан Ринат Рамаҙанов Ҡырымға йәнә эшкә барырға өмөтләнә.
Ҡырымда үҫтерелгән уңыштың  гектар ҡеүәте 30-35 центнерҙан да артып киткән. Ураҡ эштәре менән бер рәттән Башҡортостан механизаторҙары  урындағы хеҙмәткәрҙәре  заманса ауыл хужалығы техникаһы менән файҙаланырға ла өйрәткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку