Башҡортостан фермерҙары 2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса аҙыҡ-түлек тауарҙары етештереү күләмен арттырыуға өлгәшкән

Башҡортостан фермерҙары 2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса аҙыҡ-түлек тауарҙары етештереү күләмен арттырыуға өлгәшкән 25.02.2016

Был турала бөгөн республика фермерҙар берлегенең сираттағы съезында билдәләнде. Белгестәр фекеренсә, ауыл хужалығында ысын мәғәнәһендә ер хужаһы булырҙай социаль ҡатлам үҫеп сыҡты. Улар заман ҡуйған һынауҙы уңышлы үтеп яңы ҡаҙаныштар өсөн артабан үҫешергә лә  әҙер.

Әбйәлил районы Буранғол ауылынан Айбулат Вәлиев төбәктә иң йәш фермерҙарҙың береһе. Малсылыҡ менән шөғөлләнә. Дәүләт бүлгән грантҡа ул таналар алған, ҡураларын төҙөкләндергән, техникаһын яңыртҡан. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне етештереү күләме күҙгә күренеп артты, ти фермер.
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2015 йылда фермерҙарға ярҙам маҡсатында 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Маҡсатлы эш емешле тигәндәй, тармаҡ эшсәндәре аҙыҡ-түлек продукцияһын арттырыуға өлгәшкән.
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Айнур Ҡәйепов йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡымыҙ, ҡаҙы етештерә. Сифатлы тәбиғи аҙыҡ-түлек район сауҙа нөктәләренә оҙатыла, күрше Ырымбур өлкәһендә лә һатыу ойошторолған. Әммә әлегә Өфө баҙарына сығыуға форсат юҡ тип билдәләй фермер.
Башҡортостан фермерҙары етештергән ит һәм һөт ризыҡтары эшкәртелһен, үҫтерелгән иген икмәк итеп бешерелһен өсөн көстәрҙе берләштереү мөһим. Был турала Республика башлығы үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә лә белдергәйне. Ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороу, ваҡ етештереүселәрҙе бергә  тупларға  федераль селтәрҙәр һәм ҙур агрохолдингтарҙың агрессив сәйәсәтен туҡтатырға мөмкинлек бирер тигән фекерҙә белгестәр. Ауыл хужалығы министрлығында әле был йүнәлештәр эҙмә-эҙлекле эш башҡарыла. Һуңғы йылдарҙа үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә ер хужалары итеп күрһәтеп өлгөргән фермерҙарҙың көсө һәм тәжрибәһен  республика үҫеше өсөн файҙаланыу ике яҡ өсөн дә отошло.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку