Башҡортостан белгестәре етештергән биоактив препараттар климаттың глобаль йылыныуына ҡаршы тора ала 26.01.2017

Өфөләге «Башинком» предприятиеһы биотехнологтары ҡоролоҡҡа ҡаршы тора алған тәбиғи ашламалар етештерә. Быны препараттарҙың Сәғүд Ғәрәпстаны, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа бик күп ҡоро илдәрҙән килеп алыуҙары ла иҫбатлай. Ләкин Башҡортостан хужалыҡтары ашламаларҙы киң ҡулланмай. Сәбәп ниҙә? Ҡиммәтлеме әллә һөҙөмтә юҡмы? Был һорауҙар менән республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та ҡыҙыҡһынды.

Утта янмай, һыуҙа батмай. Лаборатория белгестәре үҙҙәре етештергән препараттарҙы һәм ашламаларҙы шулай тип баһалай. Сөнки йәйҙең ҡоро, йә иһә ямғырлы килеүенә ҡарамаҫтан, мул уңыш алырға ярҙам итә.
Өфө белгестәре етештергән биоактив ҡатнашмалар һәм препараттар төрө ике йөҙ илленән ашҡан. Улар илдең алтмыш төбәгенә һәм тиҫтәләгән сит илгә оҙатыла. Тик бына үҙебеҙҙең хужалыҡтар ғына артыҡ ҡыҙыҡһынмай. Рөстәм Хәмитов был күренештең сәбәптәре менән ҡыҙыҡһынды.
Белгестәр әйтеүенсә, химик препараттар ҡулланып та юғары уңыш алыу мөмкин, ләкин био ашламалар  күпкә арзаныраҡ һәм файҙалы ла. Республикалағы иң мул уңыш биреүсе хужалыҡ - «Красная Башкирия» агономдары ла телефон аша баш ҡалала етештерелгән тәбиғи ҡатнашмаларҙың һөҙөмтәле булыуын дәлилләне.
Юҡҡа ғына «Башинком» предприятиеһы менән сит илдәр ҙә хеҙмәттәшлек итергә хыялланмай. Сит илдәрҙә лә вәкиллектәр һәм филиалдар булдырыу тәҡдимдәре байтаҡ. Ләкин тәүҙә үҙебеҙҙә етештереү ҡеүәтен арттырыу мөһим, ти предприятие етәкселеге.
Предприятие йыл һайын етештереү күләмдәрен 25-30 процентҡа арттыра. Хәҙер техник мөмкинлектәрҙе лә замансалаштырыу мөһим. Предприятие етәкселеге 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһына индереүҙәрен һорап республика етәкселегенә мөрәжәғәт иткән. Рөстәм Хәмитов ойошмаға ике яҡ өсөн дә отошло юл тәҡдим итте.
Ауыл хужалығы үҫешкән һайын ерҙең уңдырышлығы ла  кәмей бара. Ашламаһыҙ мул уңыш алыу хәҙер мөмкин түгел. Быны аграрийҙар яҡшы аңлай. Тимәк Өфөлә сығарылған био препараттарға ла ихтыяж кәмемәйәсәк. Лабораторияны, етештереү линияларын, келәттәрҙе ҙурайтмай тороп һорауҙы тулыһынса ҡәнәғәтләндереү мөмкин түгел, ти предприятие етәкселеге.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика