Башҡортостан баҡсасылары һәм йәшелсә-емеш үҫтереүселәре үҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙы ҡанундар ярҙамында нығытырға ниәтләй

Башҡортостан баҡсасылары һәм йәшелсә-емеш үҫтереүселәре үҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙы ҡанундар ярҙамында нығытырға ниәтләй 18.05.2016

Һуңғы геосәйәси үҙгәрештәр йәшелсә-емеш үҫтереүселәр өсөн киң мөмкинлектәр аса. Импорт продукцияһын тыйыу үҙебеҙҙең ерлектә үҫкәндәренә ихтыяжды арттыра. Халыҡ күпләп баҡсасылыҡ эшенә тотона. Яңы килеп ҡушылған баҡсасыларҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары, юлдарҙы төҙөкләндереү  һәм  баҡса эргәләрен ҡаты тормош сүп-сарынан арындырыу мәсьәләләре лә көнүҙәк.

Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу кеше 34,8 мең  гектарҙа баҡса үҫтерә. Бер кешегә уртаса алғанда  ете сутый ер майҙансығы тура килә. Үҫтерелгән емеш-еләктең яртыһы, картуфтың һәр бишенсе өлөшө һәүәҫкәр баҡсасылар өлөшөнә тура килә. Кәсеп менән башлыса хаҡлы ялдағылар шөғөлләнә.
Өфө районы биләмәләрендә генә 245 баҡса ширҡәте урынлашҡан. . Уларҙың күптәре автономиялы режимда эшләй. Һыу һәм электр тәьминәте өсөн һәр ширҡәт үҙаллы иҫәпләшә. Юл төҙөклөгө һәм именлеге лә баҡсасылар иңендә.
Вилорий Угаров, Өфө районы хакимиәте башлығы: «Юл һәм электр тәьминәте хакимиәт һәм республика ҡарамағында булмағанлыҡтан беҙ был эштәрҙе башҡара алмайбыҙ.  Был эштәргә финанс бүлеү, бюджетты маҡсатҡа ярашһыҙ тотоноуға тиң. Баҡсаларға илтеүсе сифатһыҙ  юлдар аша ҡала транспорты хәрәкәтен дә  тәьмин итә алмайбыҙ. Шуға ла был өлкәлә ҡанундар яңынан ҡаралырға тейеш».
Баҡсасылар ойошмаһы эшмәкәрлегендә лә хәл ителәһе мәсьәләләр етерлек. Баҡсасылыҡ, йәшелсә-емеш үҫтереү һәм дача хужалығы менән шөғөлләнеүсе граждандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен көйләү, инженер селтәрҙәрҙе үҫтереү, транспорт уңайлығын тәьмин итеү мәсьәләләре Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда ҡануни нигеҙҙә хәл ителергә тейеш. Был өлкәлә тәҡдимдәр индерелеп, яҡын киләсәктә  республика етәкселегенә  еткереләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика