Башҡортостан ауыл хужалығы тауар етештереүселәре союзы рәйесе итеп Шишмә районы Әғле хужалыҡы етәксеһе Илдар Әһлиуллин һайланды

Башҡортостан ауыл хужалығы  тауар етештереүселәре союзы рәйесе итеп Шишмә районы Әғле хужалыҡы етәксеһе Илдар Әһлиуллин һайланды 09.03.2017

Берлек ағзалары бөгөн сираттан тыш отчет-һайлау сьезын уҙғарҙы.

Әбйәлил районы Буранғол ауылынан Айбулат Вәлиев көсөн  малсылыҡта һынай. Бының өсөн йәш фермер бизнес-план төҙөгән һәм дәүләттән грант алыуға өлгәшкән. Аҡсаның байтаҡ өлөшө МТЗ-82 тракторын алыу өсөн тотонған. Үҙҙәренең биш һыйырына өҫтәп, район хужалыҡтарының береһенән 10 тана ла һатып алған. Йәй улар өсөн ферма төҙөү мәшәҡәттәре, бесән әҙерләү хәстәрлектәре менән үткән.
Айбулаттың һүҙҙәрен Көйөргәҙе районынан йәш фермер Дамир Хәйбуллин да ҡеүәтләй. Әле улы йылҡысылыҡ һәм һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Эшләр өсөн шарттар бар, дәүләт ярҙам күрһәтә. Әммә тауар етешетереү кимәлен  артабан үҫтереү өсөн ҡеүәт аҙ. Яңғыҙ фермерҙың ғына көсөнән килмәй. Шуға ла ул кооперативтарға берләшергә кәрәк тигән фекерҙә крәҫтиән- фермер хужалығы етәксеһе
Фермерҙың фекерен ауыл хужалығы министрлығында ла хуплайҙар. Статитстика мәғлүмәттәре  буйынса әле Башҡортостанда 6 меңдән ашыу крәҫтиән-фермер хужалығы теркәлгән, уларҙың 4 меңләбе уңышлы эшләп килә. Әммә  ваҡ хужалыҡтар сығарған тауар баҙарҙа тейешле урынды яулай алмай. Шуға ла ирекле нигеҙҙә кооперативтарға берләшеү мөһим тигән фекерҙә белгестәр.
Ауыл хужалығы тауар етештереүселәре берлеге сеъзында өлкәне борсоған башҡа  көнүҙәк  мәсәьәләр ҙә ҡаралды. Союздың элекке рәйесе Зифҡәт Сәйетғалиев үҙ теләге менән эшенән китеү сәбәпле, вазифаға яңы кандидатура ҡаралды. Күпселек тауыш менән Башҡортостан ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр берлеге рәйесе итеп Шишмә районы "Әғле" крәҫтиән фермер хужалығы башлығы Илдар Әһлиуллин һайланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку