Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларының 60 проценты һөҙөмтәһеҙ эшләй

Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларының 60 проценты һөҙөмтәһеҙ эшләй 10.02.2017

Был турала Республика башлығы бөгөн  ауыл хужалығы министрлығы коллегияһында белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бөгөн күп предприятиелар заман шарттарына яраҡлаша алмай  иҫкесә эшләүен дауам итә. Планлаштырып, 5-10 йылға алға ҡараш ташлап эшләй белмәй. Бөгөн иһә фәнгә таянып, заманса технологияларҙы үҙләштереп эшләү шарт. Һандар артынан  ҡыуырға кәрәкмәй, ә тәү сиратта һөҙөмтә булырға тейеш. Миҫал өсөн, Башҡортостан  эре мал иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урын биләй, ә бына һәр баш малдан алынған продукция буйынса 12-се урында ғына.  Әлбиттә, яҡшы күрһәткестәр ҙә юҡ түгел. Былтыр 165 миллиард һумлыҡ продукция етештерелгән, келләттәргә 3 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һалынған. Тик был тынысланырға мөмкин, тигәнде аңлатмай, тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостанда ауыл хужалығына даими дәүләт ярҙамы күрһәтелә, "500 ферма" программаһы уҢышлы эшләп килә.  4 меңдән ашыу фермер хужалғы бар, улар аҙыҡ-түлектең 11 проценттан ашыуын етештерә.  Эш башлаусыларға гранттар бирелә. Былтыр ике мең берәмектән күберәк техника алынған. Матди-техник база ныҡлы, хәҙер мөмкинлектәрҙе файҙаланып эшләү генә шарт. Бының өсөн һөҙөмтәле эш алымдарын өйрәнеү, фәнни асыштарҙы индереү, баҙар шарттарына яраҡлашыу мотлаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку