Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында ит етештереү күләме йылдан-йыл арта

Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында ит етештереү күләме йылдан-йыл арта 23.02.2017

Әлеге ваҡытта хужалыҡтар һатыуға ҡоро ит кенә түгел, ә ярымфабрикаттар сығарыуҙы отошло тип күрә. Күгәрсен районының Тәүәкән ауыл хужалығы предприятиеһы нигеҙендә уҙған семинар-кәңәшмә тап ит етештереү тармағына арналды.

Итле малсылыҡты үҫтереү, ит етештереү, эшкәртеү һәм уны һатыуға сығарыу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә республика район-ҡалаларынан килгән ауыл хужалығы, сауҙа нөктәләре, ит эшкәртеү цехтары хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуар һәм фән белгестәре ҡатнашты. Семинарҙың рәсми өлөшө Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йортонда уҙҙы, бында хатта сит ил инвесторҙары ла ҡатнашты. Италиянан килеүсе эшҡыуарҙар Марино Курра менән Фабрицио Ванди күрше Ырымбур өлкәһендә мал һуйыу, ит етештереү өлкәһендә бер-нисә йыл уңышлы эшләп килә. Хәҙер улар Башҡортостан эшҡыуарҙары менән хеҙмәттәшлек булдырырға иҫәп тота.
Артабан ҡунаҡтар Тәүәкән хужалығының мал һуйыу, ҡош итен эшкәртеү цехтарының эше менән танышты. Әйтергә кәрәк, мал салыу мосолман йолаһы буйынса башҡарыла, тимәк, хужалыҡ халыҡҡа хәләл продукция сығара. Тәүәкән хужалығы барлыҡҡа килгәндән алып үҫемлекселек, малсылыҡ, ҡошсолоҡ, орлоҡсолоҡ, тоҡомсолоҡ кеүек һәм башҡа тармаҡтарҙы үҫтереүҙә заманса технологияларҙы киң ҡулланып, районда тәүге урындарҙа килһә, бөгөн предприятие яңы йүнәлеште үҙләштерә. Шуларҙың береһе аҙыҡ-түлек һәм ярымфабрикаттар етештереү цехтары.
Кәңәшмә Тәүәкән хужалығының мал һимертеү базаһында тамамланды. Бында үрсетелгән төрлө тоҡом малдарының уртаса ауырлығы 550-600 килограмм тарта.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку