Башҡортостан «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһендә Гран-при яуланы

Башҡортостан «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһендә Гран-при яуланы 07.10.2017

Республика Хөкүмәте абруйлы наградаға экспозиция үҫешенә өлөш индергәне өсөн лайыҡ булды. Бынан тыш, сара барышында айырым хужалыҡтарға һәм ойошмаларға ла миҙалдар тапшырылды. Атап әйткәндә, Башҡортостан ветеринария идаралығы төбәктә хайуандарҙың йоғошло ауырыуҙарына ҡаршы көрәш алып барғаны өсөн алтын миҙал менән бүләкләнде.

Шаран, Федоровка, Мәсетле, Борай райондарынан ете фермер шулай уҡ алтын, көмөш һәм бронза наградаларға эйә булды. Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге лә юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Ойошмаға  агросәнәғәт өлкәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтерергә булышлыҡ иткәне өсөн алтын миҙал ташырылды. Ошондай уҡ номинацияла Федоровка районы көмөш менән баһаланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Алтын көҙ» агросәнәғәт форумы бөгөн тамамлана. Күргәҙмә сиктәрендә Башҡортостан теплицаларында томат үҫтереү технологияларын үҫтереү өсөн 9 миллиард һум күләмендә аҡса йүнәлтеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Бынан тыш, төбәктә эре мөгөҙлө малдарҙың селекция-генетик үҙәге һәм Бүздәк районында һөт етештереү буйынса заманса комплекс төҙөләсәк. Был өлкәлә Башҡортостан Вьетнам инвесторҙары менән хеҙмәттәшлек итәсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку