Башҡортостан аграрийҙары төбәктә картуф үҫтереү мөмкинлектәрен барланы 28.02.2015

Былтыр республикала 1 миллион 211 мең тонна картуф ҡаҙып алынған, уңыштың 40 мең ярым тоннаһы ауыл хужалыҡтары менән фермерҙарға тура килә. Икенсе икмәк 91 меңдән ашыу гектарҙа үҫтерелгән.

Белгестәр билдәләүенсә, халыҡты картуф менән тәьмин итеү өсөн фермерҙар һәм ауыл хужалығы предприятиелары йылына 100 мең тонна үҫтерергә тейеш. Шулай уҡ йәшелсәне һаҡлау урындарын булдырыу мәсьәләһе лә көнүҙәк ҡала. Әле республикала 41 мең тоннаға иҫәпләнгән картуф һаҡлағыстар бар. Башҡортостанда картуфсылыҡ һәм йәшелсәселекте йылдамыраҡ үҫтереү өсөн аграрийҙарға кооперацияға берләшергә кәрәклеге айырым иғтибарға алынған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика