Башҡортостан аграрийҙары быйыл 3 миллион 400 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алынған

Башҡортостан аграрийҙары быйыл 3 миллион 400 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алынған 06.11.2016

Был күләм былтырғы менән сағыштырғанда, сирек миллион тоннаға күберәк. Ашлыҡтың мул булыуын сәсеү осороноң ярайһы уҡ дымлы килеүе менән аңлатырға мөмкин. Һуңғы йылдарҙа ҡоролоҡтан ыҙа сиккән көнъяҡ райондарҙа ла гектар көсө быйыл  ярайһы уҡ юғары  булды.

Икенсенән, республика етәксеһенең иң алдынғы ун ялан батыры автомобиль менән бүләкләнәсәк, тип белдереүе лә ураҡ барышына  йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Конкурс иғлан итеү менән игендәр күпереп үҫеп китмәгән, әлбиттә, шулай ҙа комбайнсылар, тракторсылар һәм башҡа хеҙмәттәрҙең дә сәмләнеп, бер-береһе менән ярышып эшләй башлауҙары мәғлүм. Сыбыртҡы ғына күреп өйрәнгән  ауыл хужалығы эшсәндәре, ниһәйәт, перәниген дә алды. Алдынғыларға автомобиль асҡыстары тапшырылды.  
Бына инде икенсе йәйен Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Динар Хамматов тыуған районы Дүртөйлө баҫыуҙарында үткәрә. Буласаҡ аграрий практика сиктәрендә комбайнды һәм унын мөмкинлектәрен үҙләштерә. Быйыл Динар яҡшы ғына һөҙөмтәләргә өлгәшә ала, ул 1343 тонна ашлыҡ һуғып алған. Күрһәткес буйынса студент тәжрибәле механизаторҙарҙы ла артта ҡалдырған.
Динарҙың йәй буйы баҫыуҙа тир түгеүе юҡҡа булмай. Практика һөҙөмтәләре буйынса ул студенттар араһында иң яҡшы комбайнер тип таныла. Маҡтаулы исемдән тыш, егеткә «Лада» гранта автомобиле лә тапшырылды. Бындай үрҙәргә күтәрелеүем ата-әсәйемдең, уҡытыусыларымдың тәрбиәһенә баһа, ти Динар.  
Тәү тапҡыр ялан батырҙары араһында конкурс ойоштороу идеяһын Рөстәм Хәмитов «Баҫыу көнө» семинарында белдергәйне. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ, ихатала ноябрь, алдынғылар ҡулында автомобиль асҡыстары. Бөтәһе 10 бүләкләнеүсе. Еңеүселәр «Иң яҡшы сөгөлдөр ҡаҙыу комбайны операторы», «Иң яҡшы үҙйөрөшлө сапҡыс операторы», «Иң яҡшы туңға һөрөү механизаторы», «Уңыш йыйыуҙа иң яҡшы водитель» һәм «Иң яҡшы комбайнер» номинацияларында билдәләнде. «Урожай» хужалығы механизаторы Ринат Мәғҙәнов мәҫәлән, комбайнында 6300 тонна ашлыҡ һуҡҡан. Конкурс тураһында белеп ҡалғас та, игенселәр ең һыҙғанып эшләй башланы тип билдәләй ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре.
Совет осоронда социаль ярыштар еңеүселәренең исемдәре бөтә союзға яңғыраған, 80-се йылдарҙа уларға тейешле билдәл тапшырылған. Был уҙамандар башҡа төбәктәргә семинарҙарға йөрөгән, тәжрибәһен уртаҡлашҡан, йәштәргә һабаҡ биргән. «Стахановсы»лар ниндәйҙер кимәлдә ил геройҙары булып торған. Ул осорҙа эшсәндәр ярыш менән йәшәгән тиергә лә була. Хәҙерге аграрийҙарға ла сәм өҫтәү урынлы булыр, ти тармаҡ белгестәре.
Быйыл республика уртаҡ башланғыс менән яҡшы уңыш алыуға өлгәшкән. Бөтәһе 3 миллион 400 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алынған. Был былтырғы менән сағыштырғанда, сирек миллион тоннаға күберәк. 2020 йылға тиклем республика аграрийҙары алдында сәсеү майҙандарын кәмендә тағы 100 мең гектарға арттырыу бурысы ҡуйылған. Быға өлгәшеү өсөн шул иҫәптән кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү талап ителә.
Рөстәм Хәмитов, республика башлығы: «С каждым годом всё меньше готовится специалистов по рабочим профессиям - механизатор, полевод, токарь, сварщик. А нам нужны резервы молодых профессионалов, крепкий костяк будущих аграриев. Правительству республики необходимо найти возможность укрепления системы подготовки рабочих кадров для АПК, формы социальной поддержки учащихся, осваивающих рабочие профессии».
Бөгөн республика етәкселеге эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү кәрәклеген яҡшы аңлай. Һәр тармаҡта белгестәр өсөн конкурстар ойошторола, кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленә. Башҡаса булыуы мөмкин түгел дә, тик менеджер һәм юристар ярҙамында ғына илде ашатып булмаясаҡ. Ҡулынан икмәк еҫе килеүселәр һәр ваҡыт алдынғы сафта булырға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку