Башҡортостанға Ҡаһирәнән картуф индереү тыйылған

Башҡортостанға Ҡаһирәнән картуф индереү тыйылған 24.04.2015

Был турала бөгөн  ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе хеҙмәтенең республика  идаралығы хәбәр итте. Ваҡытлыса сикләү  9 апрелдән үҙ көсөнә ингән. Ә бына республикала яҙғы сәсеүгә әҙерлек бара.  Шишмә районында алтмыштан ашыу крәҫтиән -фермер хужалығы эшләй. Улар араһында иң ҙур ойошмаларҙың береһе «Әғли» крәҫтиән-фермер хужалығы. Ойошмала күпләп картуф, кишер һәм ҡыҙыл сөгөлдөр үҫтерелә.  

Келәттәрҙә  әле эш гөрләй. Картуфтың иң яҡшылары орлоҡҡа һалына. Сереп боҙолғандарынан айырырға бер нисә кеше йәлеп ителгән. Ҡеүәтле техника  ярҙамында картуф тауҙары  хасил була.
Картуфты  өс йөҙ гектар ергә сәсергә йыйыналар. Һауа шарттары  ыңғай торһа, ете тоннанан ашыу  уңыш алырға өмөт бар.  Кишер һәм ҡыҙыл сөгөлдөрҙө лә быйыл   күберәк  сәсергә иҫәп тотола.  Хужалыҡта алдынғы технологиялар ҡулланыла. Техника паркы  яңыртыла.  Сәскестәр, тракторҙар   баҫыуға сығырға әҙер, яғыулыҡ-майлау материалдары ла етерлек кимәлдә.  
«Әғли» хужалығы егерме йылдан ашыу эшләп килә. Бында Шишмәнән һәм күрше тирә райондарҙан һикһән кеше үҙенә шөғөл тапҡан. Йәшелсәне  республика ҡалаларына ебәрәләр, сит өлкәгә лә сығаралар. Бойҙай, арпа ла үҫтерелә. Ужым баҫыуҙары  алыҫтан уҡ йәшел булып күренеп ята. Ҡар йоҡа  булғанлыҡтан үҫентеләр  бер аҙ өшөгән, шулай ҙа күтәрелеп киләләр.
Азат Йосопов, хужалыҡтың баш агрономы: «Үҫентеләр яҡшы ғына тамырланып үҫеп килә. Ҡуйылығы- өс-дүрт  шытым.  Быйыл уңыш мул булыр тип өмөтләнәбеҙ инде».
2010 йылдағы ҡоролоҡта күргән зыянды ҡаплап бөтөп булмай әле ти, хужалыҡ етәкселеге. Ил иҡтисадындағы  көрсөк тә өҫтәмә ауырлыҡтар тыуҙыра.  Сәсеү кампанияһы хужалыҡҡа алтмыш миллионға төшә. Был сумманың яртыһы кредитҡа алына.
Илдар Әғлиуллин, хужалыҡ етәксеһе: «Ашламалар ҙа, орлоҡтар ҙа валютаға ныҡ бәйле. Уларҙың хаҡы ҡырҡ процентҡа артты. Көҙгә нисек булыр әйтеүе лә ҡыйын». Ямғырҙар туҡтап көндәр йылыныу менән ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре баҫыуға сығырға әҙерләнә. Көнө йылды туйҙырыр мәлдең бер минутын да әрәм итмәҫкә  тырыша улар.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика