Башҡорт дәүләт университеты студенты Константин Быков ярғанаттарҙы клонларға теләй

Башҡорт дәүләт университеты студенты Константин Быков ярғанаттарҙы клонларға теләй 22.11.2017

Был әлегә егеттең хыялы ғына, шулай ҙа ул бөгөндән үк фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһендә ҙур уңыштарға  ирешкән. Мәскәүҙә ойошторолған «Умник-Сириус» конкурсында үҫемлектәрҙе клонлау проекты менән ҡатнашып, ул ярты миллион һумлыҡ грант ота.

Үҫемлек-донор һайлап алынғас, стериль шарттарҙа уның япраҡ, орлоғо, бөрөһө алына. Башҡорт дәүләт университеты белгестәре еләкте клонлағанда, башлыса мыйығын ҡуллана.   Төп маҡсат - үҫемлекте мөмкин тиклем күберәк үрсетеү. Артабан уларға яһалма туҡландырыу мөхите булдырыла.
Вуздың биология факультетында үҫемлектәрҙе клонлау буйынса махсус лаборатория ойошторолған. Теоретик белемде практик йүнәлештә нығытыу өсөн бында барлыҡ мөмкинлектәр булдырылған.
Лабораторияла үҫемлектәрҙе клонлау буйынса тикшеренеү эштәре 2015 йылда уҡ башлана. Тәжрибә булараҡ тәүҙә тропик орхидея сәскәһе һайлап алына. Хәҙер иһә университет ғалимдары был үҫемлектең утыҙҙан ашыу төрөн һаҡлап ҡалыу буйынса күләмле фәнни эштәр башҡарған. Был хаҡта тиҫтәгә яҡын кандидат һәм  докторлыҡ диссертациялары яҙылған.
19 йәшлек Константин Быковтың эш тәжрибәһенә лә көнләшерлек. Егет мәктәп эскәмйәһенән алып үҫемлектәр донъяһы менән ҡыҙыҡһына, уларҙы үрсетеүҙә яңы алымдар ҡулланыу буйынса инновацион проекты менән ил кимәлендә ойошторолған фәнни конкурстарҙа ла ҙур еңеүҙәр яулаған. Мәскәү дәүләт университетында ойошторолған «Умник-Сириус» конкурсында биш йөҙ мең һумлыҡ грант отоу - киләһе асыштарға ла төп этәргес.
Константин Быков, Башҡорт дәүләт университеты студенты: «Мин үҙ эшемдә лабораторияның агропредприятиелар менән бәйләнеш системаһын ҡараным. Тәжрибә үткәреү өсөн шул уҡ баҫыу, теплица майҙандары талап ителә бит. Беҙ эшләгән үҙәктә үҫемлектәрҙе клонлау буйынса төрлө ысулдар ҡулланыла, республика совхоздары менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Үҫентенең пробирканан алып һатыуға сығарыу процесын күҙәтеү мөмкинлегебеҙ бар. Киләһе ике йылда мин грант аҡсаһына  ошо йүнәлештәге эште тағы ла йәнләндерергә теләйем».
Константин Быковтың хыялы ла бар. Ул тәбиғәттә һирәк осрай торған хайуандарҙы  клонлау ысулы менән үрсетергә теләй. Шулай уҡ егетте ярғанаттар ҙа ҡыҙыҡһындыра. Әммә ул кешеләрҙе клонларға батырсылыҡ итмәҫ инем, ти.
Константин Быков, Башҡорт дәүләт университеты студенты: «Үҫемлектәрҙе клонлау менән сағыштырғанда был процесс күпкә ҡатмарлыраҡ. Рәсәйҙә кешеләр менән тәжрибәләр ҡуйыу тыйылған, шулай ҙа Ҡытай һәм Америкала ошо йүнәлештә фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла. Минеңсә, утыҙ-ҡырҡ йылдан һуң уңышҡа ирешергә мөмкин буласаҡ. Тик был һорауҙың әхлаҡи яғы ла бар бит».
Теүәл егерме йыл элек бар донъя тән күҙәнәктәренән тәүге тапҡыр клонлау ысулы менән донъяға килгән Долли ҡушаматлы һарыҡтың барлығы хаҡында белә. Ул алты йыл йәшәй, 2003 йылда үпкә ауырыуынан үлә. Һуңынан үрсетеүҙең был ысулы башҡа йорт хайуандарында ла ҡулланыла башлай. Ер шарынан юҡҡа сыҡҡан хайуан төрҙәренә кире ғүмер биреү булһынмы, яңы төрҙәр булдырыумы - фән мөмкинлектәре лә киңәйә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку