Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары тәжрибә туплай

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары тәжрибә туплай 28.08.2015

Уҡыу йортоноң студенттар отряды был юлы Ҡырмыҫҡалы районы хужалыҡтарына юлланды. Улар әлеге ваҡытта баҫыуҙарҙы иңләй. Борсаҡ гектарынан ун ете центнер урып алынған. Ҡырмыҫҡалы аграрийҙары бигерәк тә быйылғы ужым бойҙайына һөйөнә. Уңыш урыны менән 30 центнер тәшкил итә. Ә арыш менән бик үк маҡтанырлыҡ түгел. Әлеге ваҡытта баҫыуҙарҙа арпа, бойҙай кеүек иген культураларын һуғыу эштәре бара. Ямғырҙар ҡамаусауламаған осраҡта, эште улар аҙна-ун көндә тамамларға ниәтләй.

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттарын Ҡырмыҫҡалы районы хужалыҡтары көтөп ала. Буласаҡ белгестәр тәжрибә туплап ҡына ҡалмай, ниндәй ҙә булһа яңылыҡ та индерә. Өҫтәүенә, егет-ҡыҙҙар 150 мең һумға саҡлы аҡса эшләй. Шулай ҙа, диплом алып сыҡҡан  белгестәрҙе тура ауыл хужалығына килә тип әйтеп булмай. Предприятиелар йәштәргә ҡытлыҡ кисерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку